Дим буйҙары
+1 °С
Облачно
Общие статьи
5 Октября , 16:15

“Һанлы сиселештәр” IТ-форумы үтә

Быйыл форум халыҡ-ара статусҡа эйә буласаҡ.  Йөҙҙән ашыу илдән 20 меңгә яҡын ҡунаҡтар килеүе көтөлә.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Һанлы сиселештәр” IТ-форумы үтә“Һанлы сиселештәр” IТ-форумы үтә
“Һанлы сиселештәр” IТ-форумы үтә

Мәскәүҙә 6 - 10 октябрҙә йыл һайын ойошторолоусы “Һанлы сиселештәр” IТ-форумы үтәсәк. Ул бер майҙанда дәүләт, бизнес һәм IТ-берлеге вәкилдәрен һанлы трансформация һәм “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы үҙгәреше” милли проектын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләшеү өсөн йыясаҡ.

Быйыл форум халыҡ-ара статусҡа эйә була. Йөҙҙән ашыу илдән 20 меңгә яҡын ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Сараға IТ-компаниялар һәм стартап етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, федераль һәм төбәк власть органдары вәкилдәре, вуз һәм колледж студенттары саҡырыла.  

“Рәсәй IТ-тармағы яңы үҫеш этабына аяҡ баҫты. Сит ил тауарҙарын үҙебеҙҙекенә алмаштырыуҙан технологик базаны булдырыуға һәм ватан IТ-продукттарын етештереүгә күстек. Улар баҙарҙың эске ихтыяжына яуап биреүҙән тыш, юғары конкуренция һәләтенә һәм экспорт потенциалына эйә. “Һанлы сиселештәр” форумы иң яҡшы IТ-сиселештәр өсөн төп майҙан буласаҡ. Ул бизнес һәм дәүләт вәкилдәрен яҡшы тәжрибә менән уртаҡлашыу һәм һанлы технологияларҙы үҫтереү буйынса йыллыҡ эште йомғаҡлау өсөн бергә туплаясаҡ”, – тине Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары – Рәсәй Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Дмитрий Григоренко.

Форумда тармаҡ лидерҙарының заманса IТ-сиселештәр күргәҙмәһе  эшләйәсәк. Ҡунаҡтар технологик яңылыҡтар менән танышасаҡ. Күргәҙмә алты интерактив зонаны берләштерә. Һанлы белем буйынса оҫталыҡ дәрестәре, IТ-квестар, консультациялар үткәреләсәк.

“Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы үҙгәреше” милли проекты («Экономика данных и цифровая трансформация государства») Дәүләт хеҙмәттәре” системаһын  артабан камиллаштырыуҙы дауам итеп, төп секторҙарҙа һанлы платформалар булдырыуҙы, иҡтисадтың бөтә өлкәләренә ватан IT-сиселештәрен тиҙләтелгән рәүештә индереүҙе, элемтә хеҙмәттәрен үҫтереүҙе тәьмин итә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан. 

bashgazet.ru

“Һанлы сиселештәр” IТ-форумы үтә
“Һанлы сиселештәр” IТ-форумы үтә
Автор:
Читайте нас