Дим буйҙары
+8 °С
Облачно
Общие статьи
7 Октября , 10:06

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны

Бөгөн Өфөнөң «Әр-Рәхим» мәсетендә яңы төҫлө яҡтыртҡыстарҙы һынайҙар. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыныӨфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны
Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны

Сағыу фотоһүрәттәр авторы - блогер Илнара Рахманғолова был турала «Әр-Рәхим мәсете көн һайын яҡтырып тора, әммә бөгөн бигерәк тә сағыу. Көн дә ошо матурлыҡты күреүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Мәсет төнгө ҡалала бигерәк илаһи булып күренә», — тип яҙа Өфөлә йәшәүсе блогер.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың шәхси контроле аҫтында бара. 2023 йылдың сентябрендә республика Башлығы «Әр-Рәхим»де төҙөүҙе тергеҙеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Бынан һуң белгестәр майҙансыҡты төрлө яҡтан тикшерҙе һәм иман йортоноң торошон баһаланы. Мәсет төҙөлөшө 2024 йылдың 10 апрелендә тергеҙелде.

Башинформ. 

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны
Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны
Автор:
Читайте нас