Дим буйҙары
+8 °С
Облачно
Общие статьи
7 Октября , 16:50

Михаил Мишустинды Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы мөмкинлектәре менән таны

7 октябрҙә Мәскәүҙә XXVIII «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында Башҡортостан стендында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин, вице-премьер Дмитрий Патрушев һәм илдең ауыл хужалығы министры Оксана Лут булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Михаил Мишустинды Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы мөмкинлектәре менән таныМихаил Мишустинды Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы мөмкинлектәре менән таны
Михаил Мишустинды Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы мөмкинлектәре менән таны

Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктең ауыл хужалығы өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм тармаҡтың ҙур проекттары тураһында һөйләне.

144 квадрат метр майҙан биләгән республика стендында малсылыҡ, үҫемлекселек һәм биотехнологиялар өлкәһендәге фәнни-технологик проекттар тәҡдим ителә. Улар иҫәбендә – үҫемлектәрҙе һанлы фенотиплау өсөн программа-аппарат комплексы. Башҡорт дәүләт аграр университетында эшләнгән ҡоролма селекция эшен күп тапҡыр тиҙләтеү мөмкинлеген бирә.

– Беҙ республиканы орлоҡ фонды менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙыҡ. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтының, беҙҙең аграр университеттың, шулай уҡ ҙур индустриаль партнерҙың мөмкинлектәрен берләштерҙек. Был ауыл хужалығы культуралары селекцияһы өлкәһендә уникаль проектты башлап ебәреү мөмкинлеген бирҙе, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Шуныһы мөһим: федераль ярҙам менән юғары уҡыу йортоноң ғилми-белем биреү базаһын да етди яҡшыртыуға өлгәштек.

Үҫемлектәрҙе һанлы фенотиплау технологияһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов таныштырҙы. Ул үҫемлектәрҙең продуктив сифаттарының белгестәр тарафынан тейешле баһа алыуы хаҡында һөйләне.

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Башҡортостан селекционерҙарының ғилми эшләнмәһен юғары баһаланы.

– Был заказсы талаптарына ярашлы теге йәки был культураны үҫтереү өсөн бик яҡшы мөмкинлек, – тип билдәләне Михаил Мишустин. – Радий Фәрит улы, һеҙҙең төрлө өлкәләрҙәге ғилми тикшеренеүҙәргә иғтибарлы ҡарауығыҙҙы беләм. Һәм генетика өлкәһендәге эштәрегеҙ бик ҙур хеҙмәт булып тора, ул илебеҙҙә етештерелгән орлоҡтар иҫәбенә аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге мәсьәләһен ыңғай хәл итеү мөмкинлеген бирә.

***

Башҡортостан стендында шулай уҡ ил төбәктәре башлыҡтары, тармаҡ предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре булды. Ҡунаҡтарҙы республиканың агросәнәғәт комплексы потенциалы, шул иҫәптән инновацион проекттар – «РОБОЛАБ» ПЦР-диагностикаһын автоматлаштырыу өсөн роботлаштырылған мультимодаль комплекс һәм «Һанлы умарта» умарталыҡ менән идара итеү системаһы – менән таныштырҙылар. Бынан тыш, стендта аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте тауарҙарының киң ассортименты тәҡдим ителә.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Михаил Мишустинды Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы мөмкинлектәре менән таны
Михаил Мишустинды Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы мөмкинлектәре менән таны
Автор:
Читайте нас