Радий Хәбиров ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыу буйынса «Росагролизинг» менән үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәләрен ыңғай баһаланы һәм аграрийҙар өсөн льготалы шарттарҙы һаҡлап ҡалыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Билдәләп үтәйек: республика компания менән 2002 йылдан хеҙмәттәшлек итә. Ошо осорҙа лизинг программаһы буйынса Башҡортостан 31 миллиард һумдан ашыу суммаға 6,7 мең берәмек ауыл хужалығы техникаһына һәм ҡорамалдарына эйә булған.
Осрашыуҙа шулай уҡ «Росагролизинг»тың Машина-технология компанияһы – «МТК-РАЛ-Башҡортостан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге тикшерелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: республика Рәсәйҙең агротехнологик хеҙмәттәр күрһәтеү һәм механизацияланған баҫыу эштәрен үткәреү буйынса Машина-технология компанияһын сафҡа индергән тәүге төбәк булды. Был инвестиция проектын тормошҡа ашырыу тураһында килешеүҙе 2026 йылдың июнендә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында төҙөгәйнеләр. Яңы предприятие 6,2 миллиард һумлыҡ 724 берәмек ауыл хужалығы техникаһы алған һәм 250 мең гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү, эшкәртеү, һөрөү һәм уңыш йыйыу буйынса хеҙмәттәр күрһәткән.
Владимир Балтер билдәләүенсә, Башҡортостан «Росагролизинг» структураһында ауыл хужалығы машиналарын һатып алыу күләме буйынса ил төбәктәре араһында беренсе урын биләй.
– Хеҙмәттәшлегебеҙҙең көсәйеүен күрәбеҙ. Шуныһы мөһим: республика төбәктең ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре өсөн льготалы финанс инструменттары аша техника һатып алыуҙы дәртләндереүен дауам итә. Был хужалыҡтар паркын яңыртыуҙың тиҙләтелгән темптарҙа барыуын күрһәтә, – тине Владимир Балтер. – Шулай уҡ сүп-сар ташыусы машиналар паркын яңыртыу маҡсатында эко-лизинг линияһы буйынса үҙ-ара эш итеүҙе дауам итәбеҙ. Уҙған йылдан алып төбәккә ошондай 26 машина тапшырылған, был теманы артабан да үҫтерергә планлаштырабыҙ.