

Йәмле Дим буйында урынлашҡан Айыт ауылы бихисап билдәле шәхестәре менән дан тота: Советтар Союзы Геройы Хәмит Ғәҙелшин, фронтовик-шағир Фәтих Кәрим һәм Ярлы Кәрим, Илдар Ғимаев һ.б. Шулар араһынан Ғабдулла Әхмәтвәли улы Кәримов (Ярлы Кәрим) үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә сағыу ижады менән танылып өлгөрә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Марс ҡыҙы Мөхтәсимова уның тормош юлы һәм ижадына байҡау яһаны.
Артабан тамаша залына йыйылған уҡыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы һәм уҡыусыларҙы мәктәп директоры Гөлнара Наил ҡыҙы Мөхтәсимова сәләмләп, был ижади конкурста ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Бәйгелә шағирҙың ватансылыҡ, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған әҫәрҙәре яңғыраны. Был сарала Айыт, Бишбүләк, Дим, Сухоречка, Каменка мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Милли кейемдәрҙә сығыш яһаусы малай һәм ҡыҙҙар милли хәрәкәт эшмәкәре, атаҡлы башҡорт шағиры Ярлы Кәримдең шиғырҙарын тасуири уҡып, үҙҙәренең сәхнә оҫталығын һәм ижади һәләтен күрһәтте. Күп кенә уҡыусылар әҙиптең “Мин ҡайттым”, шулай уҡ “Көтәм”, “Өмөтөмдө өҙмә” кеүек шиғырҙарын һайлағайны. Жюри ағзалары М.Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, яҙыусы Фәнис Фәтих улы Янышев, «Мең ырыуы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе А.Ә. Шәймәрҙәнов, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Б.Ж. Ноғоманов, “Дим буйҙары” гәзитенең яуаплы хеҙмәткәре Л.И.Ғүмәрова, район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Г.Д.Фәйрушина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе Р.С.Тихонова һәр сығышты ентекле тыңлап, тейешле баһа бирҙе.
Әлеге интернет заманында яттан шиғыр һөйләгән балаларҙың уҡытыусыларына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйсе Булат Ноғоманов конкурста еңеүселәргә “Мең ырыуы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы исеменән дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
I дәрәжә диплом – Халиҡова Лияна, Нафиҡов Айназ (Айыт мәктәбе);
II – дәрәжә диплом – Ниғәмәтйәнова Ләйсән (Бишбүләк 1-cе урта мәктәбе), Батраев Байназар (Айыт мәктәбе); Абдуллин Алмаз (Бишбүләк 2-cе урта мәктәбе),
III – Көҫәпҡолова Әлиә, Мөфтиева Ләйсән, Линар Халиков (Айыт мәктәбе), Төхвәтуллина Ралина (Сухоречка мәктәбе), Камалетдинова Әлмирә (Бишбүләк 3-cө урта мәктәбе).
Был ижади бәйгелә ҡатнашҡан башҡа уҡыусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы, Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов уларға Маҡтау ҡағыҙҙары. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының һөҙөмтәле эшен баһалап, Гөлназ Дамир ҡыҙы Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Был көндә белем усағында тағы бер мөһим сара – башҡорт халҡының мәшһүр эпосына арналған Урал батыр” стендын асыу тантанаһы булды. Тыуған мәктәбенә Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәновтың был бүләге матур ғына түгел, файҙалы ла булды: ул башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡларға һәм популярлаштырырға ярҙам итә. Был ысын белем мөйөшө, унда героик эпос, уның тарихы, геройҙары һәм мәҙәни әһәмиәте тураһында материалдар тупланған.
Уҡыусыларҙа әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, телгә, тарихи шәхестәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, дәрт-дарман, сәм уятыусы, илһам таратыусы бындай әҙәби конкурстар киләсәктә лә дауам итер, тип өмөт итәбеҙ.
Осрашыу аҙағында уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар Шәйехзада Бабич аллеяһына юл тотто. Дүрт йыл элек мәктәп яны участкаһында башҡорт халҡының бөйөк улы, шағир Шәйехзада Бабич хөрмәтенә нарат ағастары ултыртылғайны. Сарала ҡатнашыусылар мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалды.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотолары.