

Ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, гипертония, бөйөр, бауыр, бәүел ҡыуығы ауырыуҙары, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда уңышлы ҡулланыла. Ҡабаҡты тары, дөгө, манный бутҡаларына ҡушып ашарға кәңәш ителә. Аҙ ҡанлылыҡ булғанда, колиттан яфаланғанда ла рационда был йәшелсәне арттырырға кәрәк.
Аш-һыу оҫтаһы Гөлгөнә Байегетова ҡабаҡтан һут эшләү рецебы менән уртаҡлаша:
"5 кг туралған таҙартылған ҡабаҡҡа 11 литр һалҡын һыу ҡойорға, ҡайнап сығып килгәндә 6 әфлисун турап ҡушырға, өсәүһен ҡабыҡһыҙ, өсәүһен ҡабығы менән ҡушырға, ҡайнап сыҡҡас күбеген һөҙөп алырға кәрәк. Ҡабаҡ менән әфлисун йомшаҡ булып иҙелгәнсә бешерергә һәм һыуын икенсе кәстрүлгә иләк аша һөҙөп алырға кәрәк.
Артабан кәстрүл төбөндә ҡалған массаны блендер менән иҙәбеҙ. Үҙегеҙгә ниндәй уңайлы шундай иләк аша массаны ҡалаҡ менән төйөп иҙеп сығарып һыуына һалырға, ут өҫтөнә ҡуйырға кәрәк буласаҡ. Артабан 1 кг 200 грамм шәкәр ҡомо, 1-2 аш ҡалағы лимон кислотаһы ҡушып ҡайнатырға ҡуйырға, оҙаҡ ҡайнатыу кәрәкмәй. 10-15 минут та етә. Компотты ҡайнар килеш стерилләнгән банкаларға йәки шешәләргә тултырырға.
Ҡабаҡтан джем
5 килограмм ҡабаҡ, 5 әфлисун, 5 лимон, 5 килограмм шәкәр ҡомо.
Лимон, әфлисун һәм ҡабаҡты ит турағыс аша үткәреп, 40 минут яй ғына утта ҡайнатабыҙ.
Стерилләнгән банкаларға тултырып, баҙҙа йә һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.
Тәмле ҡоймаҡ
Таҙартылған ҡабаҡты (200 грамм самаһы) әҙер булғансы духовкала бешереп алырға һәм блендер менән иҙергә. Уға 2 йомортҡа, 4 аш ҡалағы шәкәр, 1 стакан һөт, 1,5 стакан он һәм бер ҡап ҡамыр ҡабартҡыс ҡушып ҡамыр әҙерләргә.
Майланған табала ике яҡлап ҡоймаҡты ҡыҙҙырып алырға, тәмлекәс әҙер ҙә була. Табынға уны бал менән бирергә була.
Фриттата
Ҡабаҡтан әҙерләнгән итальян омлеты шулай тип атала. Бының өсөн 1 уртаса ҡабаҡ, 1 татлы борос, 1 һуған, 1 услам йәшел һуған, укроп, петрушка, 2 ҡалаҡ көнбағыш йәки зәйтүн майы, тәменсә тоҙ һәм ҡара борос, 4 йомортҡа, 1/2 стакан һөт кәрәк буласаҡ.
Ҡабығынан һәм орлоҡтарынан таҙартҡандан һуң, ҡабаҡты оҙонсалап нәҙек итеп турарға. Татлы боросто ла ошо рәүешле турағыҙ. Һуғанды ваҡ шаҡмаҡтарға бүлгеләп, йәшел һуған һәм башҡаһын ҡырҡып әҙерләгеҙ.
Табалағы майҙа һуғанды ҡыҙҙырғас, уға ҡабаҡты өҫтәргә. Тоҙлап, борослап, ҡапҡасын ябып, 2-3 минут утта тоторға.
Йомортҡа менән һөттө ҡушып туҡығас, татлы борос, йәшел һуған, укроп һәм петрушка өҫтәргә. Килеп сыҡҡан шыйыҡсаны ҡабаҡтың өҫтөнә ипләп кенә ҡойорға. Фриттатаны ошонда уҡ талғын утта бешереп алырға йәки 15 – 20 минутҡа мейескә ҡуйырға мөмкин.
Клярҙағы ҡабаҡ
Кляр эсендәге ҡабаҡ һутлылығын юғалтмаясаҡ. Ул һарымһаҡлы соус йәки ҡаймаҡ менән бигерәк тәмле була.
1 эре ҡабаҡ, 2 йомортҡа, 1/2 стакан он, 6 ҡалаҡ ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, 1 балғалаҡ прованс үләндәре, ҡыҙҙырыу өсөн шыйыҡ май.
Ҡабаҡты түңәрәкләп 1 сантиметр тирәһе ҡалынлыҡта ҡырҡырға. Кляр өсөн 2 йомортҡаны, 1 стакан ондо, ҡаймаҡты, тоҙҙо һәм тәмләткестәрҙе туҡырға. Һәр ҡырҡымды клярға манып, яҡшы ҡыҙған табала ҡурырға.