Дим буйҙары
+4 °С
Облачно
Общие статьи
11 Октября , 15:30

Радий Хәбиров Өфөлә Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды

11 октябрҙә Өфөлә Республика көнө уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров Өфөлә Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалдыРадий Хәбиров Өфөлә Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Өфөлә Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды

Тантаналы сарала шулай уҡ республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Һәйкәлгә нигеҙ 1957 йылда һалына, ә 1965 йылда уны тантаналы асалар. Монументаль скульптура рус һәм башҡорт халыҡтарының туғандарса дуҫлығын символлаштыра.

***

Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров Башҡортостандың күп милләтле халҡын Республика көнө менән ҡотланы һәм төбәктең мөһим ҡаҙаныштарын билдәләне.

– Башҡортостан ышаныслы алға бара, быны үҫеш һандары раҫлай. Туғыҙ айҙа сәнәғәт производствоһы индексы ете процентҡа тиерлек артҡан – был бик яҡшы күрһәткес. Урып-йыйыу эштәрен тамамланыҡ – иген һәм майлы культураларҙы ҡушып һанаһаҡ, әле 4,5 миллион тоннанан ашыу уңыш алабыҙ ҙа инде. Шул уҡ ваҡытта инфраструктур проекттарҙы туҡтатмайбыҙ – Өфөнө Көньяҡтан урап үтеү буйынса эштәрҙе башлауға әҙерлек әүҙем бара, ошо көндәрҙә яңыртылған Ленин паркын астыҡ. Йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ, төҙөйбөҙ, – тине республика Башлығы. – Башҡа төбәктәрҙең һәм илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнеү мөһим. Башҡортостанды артабан яҡшыртыу өсөн идеялар тап шулай тыуа. Һәм иң мөһиме – донъяға һәр ваҡыт асыҡ күҙҙәр менән ҡарарға һәм даими үҫешергә кәрәк.

 
Радий Хәбиров Өфөлә Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды
Радий Хәбиров Өфөлә Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды
Автор:
Читайте нас