Дим буйҙары
+10 °С
Облачно
Общие статьи
13 Октября , 11:58

Хеҙмәттә үткән ғүмер

Ҡаныҡай ауылында ғүмер кисереүсе Зәйтүнә Зәйтүнә Фәррәх ҡыҙы Зарипова 95-се көҙөн ҡаршылай

Добавить в предпочтительные источники Google
Хеҙмәттә үткән ғүмерХеҙмәттә үткән ғүмер
Хеҙмәттә үткән ғүмер

95 йәш – оло юбилей. Оҙон ғүмҽрлҽ инәй-олатайҙар һәр ауылдың ғорурлығы, йәш быуын өсөн ҡаһарманлыҡ һәм сыҙамлылыҡ өлгөһе. Зәйтүнә әбейҙең дә яҙмышы  ауыр йылдарҙа йәшәгән күп кешеләрҙең яҙмышына оҡшаш. Ул — ябай ауыл ҡатыны, үҙ ғүмерендә шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә кисергән. Бала, үҫмер сағы, йәшлеге ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа үтә. Тормош ныҡышмалылығы уны ғүмер буйы оҙатып барып, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.

- Мин Дүсән ауылында Хәлимә һәм Фәррәх Камаловтарҙың ишле ғаиләһендә донъяға килгәнмен. Беҙҙең бәхеткә атайым һуғыштан иҫән-һау ҡайтты. Туғандарымдың күбеһе Таджикстан яғына сығып китте, ә мин ауылда ҡалдым. Башланғыс класты тыуған ауылымда уҡыным, артабан Бикҡол мәктәбенең 7-се класын тамамланым. Тәүге йылдарҙа "Марс" колхозында ырҙын табағында эшләнем, бесән йыйырға ла  йөрөнөм, ун биш йәштән фермаға һауынсы булып барҙым. Ҡул менән ун биш-егермешәр һыйыр һауҙыҡ. Ул ваҡытта флягалар менән һөттө Айытҡа алып барырға һәм сепаратор аша үткәрергә кәрәк ине. Элек күперҙәр ҙә алама ине, ауылға ҡәҙәр бер соҡор бар ине, шуның аша ат арбаһындағы 15-ләп феләкте берәмләп күтәреп сығара инем. Етмәһә, күп ваҡыт сиратта торорға ла тура килде. Ә май заводы эшләмәгәндә, ҡул менән май яҙып, хөкүмәткә тапшыра торғайныҡ, - тип эшләгән йылдарын иҫкә ала ул.

- Әсәйем ғүмере буйы эш менән мәшғүл булды. Йәйгеһен һауынсылар Мәтәүҙә ҡуна ятып эшләй торғайнылар. Йәйләү урынлашҡан Антон ҡойоһы янындағы ер бик матур ине, унда селтерәп шишмә ағып ята ине. Малсылар ауылдан ун саҡрымда булған ергә ҡайҙа ат менән, ҡайһы саҡта йәйәүләп йөрөнөләр, мин дә әсәйемә эйәреп еләк йыйырға бара инем, - тип һүҙҙе дауам итә юбилярҙың ҡыҙы Рәсимә апай. - 1966 йылдың сентябрендә әсәйем Кирәй Буранғоловҡа кейәүгә сыҡты һәм беҙ Ҡаныҡай ауылында йәшәй башланыҡ. Мин ул көҙҙә 3-сө класҡа уҡырға барҙым.

Ябай ауыл ҡатыны Зәйтүнә Зарипованың бар ғүмере ауыл хужалығы менән тығыҙ бәйле. Артабан хаҡлы ялға сыҡҡансы ул урындағы Ҡаныҡай тауар-һөтсөлөк фермаһында эшләй.

- Ул ваҡытта урамдарҙа йөрөрлөк түгел, теҙҙән бысраҡ ине, ҡыш көнө аҙбарҙар һыуыҡ булды, шулай ҙа ҡулдан килгәнсә тырыштыҡ. Мин килгән йылдарҙа ике яңы һыйыр аҙбары төҙөлдө, һауынсылар күмәк ваҡыт, фермала эш гөрләп торҙо. Беҙ, тәжрибәле һауынсылар, үҙебеҙҙең  һыйырҙарҙы тиҙ генә һауып бөтә инек тә, өлгәшмәгәндәргә ярҙам итә торғайныҡ, сөнки һөттө ваҡытында район үҙәгенә ебәрергә кәрәк. Бынан тыш, һыйырҙарҙы быҙаулатып, мал ҡараусыларға һөт эсерлек булғансы үҫтереп бирә торғайныҡ. Үҙем пенсияға сыҡҡас, тағы бер нисә йыл эшләнем: келәт мөдире булдым, һөттән бушаған феләктәрҙе йыуҙым, һауынсыларға ял да бирҙем, - тип хеҙмәт йылдарын иҫкә ала ул.

Алдынғы һауынсы 1961 йылда Бишбүләк районынан БАССР-ҙың VIII саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана. Эшләү дәүерендә тапшырылған вымпелдар әле булһа өйҙөң түрендә эленеп тора. Хеҙмәтен данлаған мәртәбәле наградалары ла аҙ түгел оло йәштәге инәйҙең. «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн. Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу уңайынан» (2018), Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн. "В.И. Ленин тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, «Хеҙмәт ветераны» кеүек бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән. Малсылыҡта юғары күрһәткестәргә ирешкән Зәйтүнә Зарипова - Ленин ордены кавалеры. Бынан тыш, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” һәм Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдары бөгөн дә ҡәҙерле иҫтәлек булып һаҡлана. 2015 йылда ул Бишбүләк районының «Маҡтаулы гражданины» исеменә лайыҡ булған.

- Ленин орденын миңә 1961 йылда бирҙеләр, уны колхоз председателе Варис Ғәфүров өйгә килтереп бирде. Алдынғы һауынсы булараҡ, Мәскәүгә КПСС-тың XXIV съезына (1971 йыл)делегат итеп һайланылар, әммә һаулығым арҡаһында унда бара алманым, минең урынға Бикҡол ауылынан икенсе Зәйтүнәне (Сәлихова) ебәрҙеләр, - дип үткәндәрҙе иҫкә ала ул.

Ауылдың иң оло йәштәге кешеһе булған Зәйтүнә Фәррәх ҡыҙын Бикҡол ауыл Советы рәйесе Р.Н.Әхмәтшин, район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары А.А.Ғәлиев 95 йәшлек юбилейы менән ҡотларға килгән, улар уға изге теләктәрен әйтеп, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡотлау хатын һәм район хәкимиәте исеменән иҫтәлекле бүләк тапшырғандар. Был көндә күрше-тирәһе, ситтән ҡайтҡан ейәнсәрҙәре Гөлсинә, Гөлүзә, Гөлнәзирә һәм бүләләре Лиана, Гүзәл ак әбейҙәренең күркәм ғүмер байрамын билдәләргә сәй табынына йыйылған.

- Тормоштоң ауыр саҡтарын да үткәрҙек, рәхәтен дә күрҙек. Башта бәләкәй генә иҫке йортта йәшәнек, өйҙө йылытыу өсөн ферма янында тиҙәк һуғып, уны киптереп, бабай белән фурманға төйәп алып ҡайта инек һәм ҡышын мейескә яға торғайныҡ. Был өйгә 55 йыл булды. Хәҙер иртән тороуға йылы, пенсияны килтереп торалар, булғанына шөкөр итеп йәшәйбеҙ, - ти хеҙмәт һәм тыл ветераны.

- Былтыр әсәйем тышҡа ла сығып йөрөй ине, быйыл урын өҫтөндә генә. Өлкән йәштәгеләрҙең тыуған нигеҙенән айырылғыһы килмәй. Үҙем ошоға ҡәҙәр күрше Бикҡол ауылында йәшәнем, хәҙер инде өс йыл ярым әсәйемде ҡарайым, ул боронғоларҙы һөйләргә, аралашырға ярата. Әммә ҡартлыҡ та, ауырыуҙар ҙа үҙенекен итә инде, дарыуҙарһыҙ тора алмай, – ти әсәһенең ҙур таянысы булған ҡыҙы Рәсимә.  

Туҡһанынсы тиҫтәне ваҡлаған Зәйтүнә Фәррәх ҡыҙының хәтере яҡшы, өсөнсө төркөм инвалиды булыуға ҡарамаҫтан, ул күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Телевизор ҡарай алмаһа ла, яңылыҡтарҙы тыңлай, йырлап та ала, күңел һандығында һаҡланған шиғырҙарҙы яттан һөйләй. “Тормошта балалар өсөн тырышаһың, хәҙер ҡыҙҙарымдың килеүен шатланып ҡаршы алам”, - ти балаларына бәхетле ғүмер, илебеҙгә тыныслыҡ килеүен теләүсе тыл һәм хезмәт ветераны.  

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.

Хеҙмәттә үткән ғүмер
Хеҙмәттә үткән ғүмер
Автор:
Читайте нас