Дим буйҙары
+10 °С
Ясно
Общие статьи
14 Октября , 06:19

Приют ҡасабаһында сквер яңыртылды

Бында хәҙер футбол, волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы уйнарға була.

Добавить в предпочтительные источники Google
Приют ҡасабаһында сквер яңыртылдыПриют ҡасабаһында сквер яңыртылды
Приют ҡасабаһында сквер яңыртылды

Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында йәштәр һәм балалар өсөн яңы майҙансыҡ төҙөлгән. Бында “Йәштәр скверы”н төҙөкләндереү эштәренең икенсе өлөшө уңышлы атҡарылған. Үҙгәртеү “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы ярҙамында алып барылды, тип хәбәр итә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы матбуғат хеҙмәте.

Икенсе этапта майҙансыҡтарҙы асфальтлау, тротуар һәм юл бордюрҙарын ҡуйыу, резина япма һалыу, видеокүҙәтеү камералары ҡуйыу кеүек эштәр башҡарылған. Яңыртылған биләмәлә хәҙер заманса ҡоролмалар бар: памп-трек, мини-рампа һәм өҫтәл теннисы уйнау өсөн өҫтәлдәр.

Сквер әүҙем ял итеүгә яраҡлы күп функциялы майҙанға әйләнгән. Унда футбол, волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы уйнарға була. Бындай майҙансыҡ балаларҙы физик тәрбиәләү программаһын төрләндерергә мөмкинлек бирә. Киләсәктә скверҙа спорт саралары, шул иҫәптән турнирҙар һәм дуҫтарса матчтарҙы даими үткәрергә була.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Мәғлүмәт, фото: house.bashkortostan.ru/presscenter/news/855663/

 

 

Приют ҡасабаһында сквер яңыртылды
Приют ҡасабаһында сквер яңыртылды
Автор:
Читайте нас