

Бишбүләк районының Набережный ауылында тыуып үҫкән, махсус хәрби операция ветераны Рәмил Сабитов ике йылға яҡын МХО зонаһында фронттың алғы һыҙығында булған. Тәжрибәле яугир, кесе сержант Сабитов үҙен ыңғай яҡтан ғына күрһәтте. Рәмил Зyлиә Исмәғил ҡыҙы һәм Мәғәфүр Мортаза улы Сабитовтарнҙың күп балалы ғаиләһендә тыуып үҫкән. Ул ғаиләлә иң кесесһе — һигеҙенсе бала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһә күптән вафат, әсәһе Набережный ауылында йәшәй. Балалары, ейәндәре гел килеп йөрөйҙәр, уға ярҙам итәләр. Рәмил үҙенең вафат булған ике ағаһын йыш иҫкә ала. Уларҙың береһе — оло ағаһы Мораҙым Мәғәфүр улы — махсус хәрби операцияла hәләк булған.
Рәмил Сабитов 9-сы класты тыуған ауылында алған. Артабан Бәләбәй ҡалаһының 89-сы лицейында тракторсы-машинист hөнәрен үҙләштергән. Түбән Новгород өлкәһендә армияла хеҙмәт иткәндән һуң, Бәләбәй механизация hәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк ауылындағы филиалына уҡырға керә hәм электромонтер һөнәре ала. Октябрьский ҡалаһында эшләй башлай. 2024 йылдың апрелендә йәш егет махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар итә. Ул быға үҙен рухи hәм физик яҡтан да әҙерләй. Херсон йүнәлешенә эләгә, Луганскийҙа хәрби әҙерлек уҙа.
— Беҙ бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәнек. Ашау өсөн ялан кухняһы ойошторолғайны, даими рәүештә гуманитар ярҙам килеп торҙо. Башланғыс хәрби әҙерлек үткәндән һуң икенсе штурм ротаһына эләктем. Рота командиры урынбаҫарының беҙҙең Бишбүләктән булыуы минең өсөн ҙур һөйөнөс булды. Көрәштек, ауыл-ҡалаларҙы алдыҡ, дошман оборонаһының өҙөп, даими рәүештә алға барҙыҡ, ҡурҡыныс менән йөҙгә-йөҙ осраштыҡ. Ҡатмарлы хәрби-ялан шартларына яраҡлашырға тура килде. Һуғышсан әҙерлек, психологик hәм физик әҙерлек ҡотҡарып ҡалды. Ауыр хәлдәрҙә бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырыштыҡ, — тип иҫкә ала махсус хәрби операция ветераны.
Кесе сержант Рәмил Сабитов 12 кешенән торған отделение командиры була. Yҙенең ҡул аҫтындағыларҙың һуғышсан әҙерлеге hәм дисциплинаһы өсөн яуаплы. Алғы һыҙыҡта йөрөү еңел түгел, батырлыҡ hәм ҡыйыулыҡ талап итә.
Һуғыш яланындағы уңыш — дөйөм команданың тырышлығы. Махсус хәрби операция зонаһынан Рәмил 2025 йылдың декабрь аҙағында ҡайта. Хәҙер ул тыныс тормошҡа яраҡлаша. Артабан уҡырға, яратҡан эше — туризм менән шөғөлләнергә теләге ҙур. Тыйнаҡ heм аҙ һүҙле егет үҙенең маҡсаттарына ирешергә, өйрәнергә hәм үҫeргe ынтыла. Рәмилгә уй-ниәттәренең бойомға ашыуын, именлек, иртәгәһе көнгә ышаныс, балалар үҫтереп, тормоштан йәм табып йәшәүен теләйек!
Зөлфиҙә МУЛЛАҒӘЛИЕВА.
Фото Рәмил Сабитов архивынан.