

Икмәк — өҫтәлебеҙҙәге төп һәм көндәлек кәрәк ризыҡ. Икмәкһеҙ бер көн дә тора алмайбыҙ, сөнки унһыҙ тамаҡ туймай. Элек-электән икмәкте ризыҡтың иң ҡәҙерлеһе тип иҫәпләгәндәр һәм ҡунаҡтарҙы ла икмәк-тоҙ менән ҡаршы алғандар.
Бөгөн магазин кәштәләрендә икмәктең ниндәй генә төрө юҡ, күптәребеҙ әҙерҙе генә һатып ала, ә шулай ҙа ауылдарҙа уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бар. Зөлфиә Сафина аҙна һайын икмәк һала һәм яҡындарын хуш еҫле һәм ҡабарып бешкән әпәкәй менән һыйлай.
- Блкәйҙән ҡомалаҡ икмәгенә өйрәнгәнбеҙ. Беҙ үҫкәндә һәр өйҙә мейес тултырып икмәк һалалар ине. Үҙебеҙ йыл һайын Дим, Өйәҙе буйынан ҡомалаҡ йыябыҙ, шунан сүпрә әҙерләйем, бер яһаһаң, әллә күпмегә етә. Ҡамыр әүәләгәндә элеккесә көлсә лә бешерәм, ейәнсәрҙәрем дә минең менән бергә бершеренергә ярата. Ғаиләмде тәмле ашатыу, ҡунаҡтарымды матур итеп һыйлау ҡаныма һеңгән, - ти, аш-һыуға оҫта хужабикә.
Эйе, “икмәк булһа, йыр ҙа була” тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр. Бешкән икмәктең хуш еҫтәре өйгә таралһа, ҡот өҫтәлеп, күңелдәр күтәрелеп китә.
Күркәм йортта йәшәүсе Сафиндар бөгөн дә ҡура тултырып мал аҫрай, ҡош-ҡорт алып үҫтерә, йәшелсә-емештән мул уңыш алғандар. Зөлфиә апай һатыусы булараҡ, оҙаҡ йылдар ауыл халҡын хеҙмәтләндергән, ә ғаилә башлығы Кәрим ағай механизатор-тракторист булып эшләгән, бар ғүмерен ер эшкәртеү һәм иген үҫтереүгә арнаған.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
автор фотоһы.