+30 °С
Болотло
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Олег ХАНОВ Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Президент Владимир Путиндың был туралағы бойороғо рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Олег Закир улы Ханов 1951 йылдың 11 авгусында Архангел районы Ҡыҙғы ауылында тыуған.
Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.Оҙаҡ йылдар театр сәнғәте өлкәһендә хеҙмәт итә.