Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
10 Февраль 2023, 10:43

Башҡортостанда геморрагик биҙгәк менән ауырыусылар һаны арта

Уның менән күберәк өлкән йәштәгеләр ауырый.

Башҡортостанда геморрагик биҙгәк менән ауырыусылар һаны артаБашҡортостанда геморрагик биҙгәк менән ауырыусылар һаны арта
Башҡортостанда геморрагик биҙгәк менән ауырыусылар һаны арта

Ауырыу менән зарарланыу шаҡтай еңел – сысҡан йәки кимереүсегә йәки уның бүлендектәренә ҡағылыу, ул үткән иҙәндәге туҙанды һулау ҙа етә. Әммә кәрәкле һаҡлыҡ сараларын күргән осраҡта, инфекция ҡурҡынысын юҡҡа сығарырға мөмкин.

Дача йорттарына инер алдынан, 3%-лы хлорамин иретмәһен  ҡулланып иҙәндәрҙе йыуырға кәрәк, һауыт-һабаны ла шундай уҡ иретмә менән эшкәртергә мөмкин. Эште марля битлегендә һәм бирсәткәләрҙә башҡарырға кәрәк. Йомшаҡ инвентарь, эске кейем, урын-ер кәрәк-яраҡтары елләтелергә һәм ҡояшта киптерелергә тиеш.

Аҙыҡ-түлек кимереүселәр үтә алмаҫлыҡ урындарҙа һаҡланырға тейеш.

Ҡулдағы яраларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа: уларҙы 3%-лы водород перекисенең иремәтһе йәки 70% лы спирт, йод менән эшкәртергә кәрәк.

Сәләмәт булығыҙ!

https://baltachtan.ru

Башҡортостанда геморрагик биҙгәк менән ауырыусылар һаны арта
Башҡортостанда геморрагик биҙгәк менән ауырыусылар һаны арта
Автор:
Читайте нас