Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
13 Февраль 2023, 04:36

Туймазы районында махсус хәрби операцияла һәләк булған һалдат менән бәхилләштеләр

Кисә Ҡаран-Бишенде ауылында Артур Нальвадовты ерләнеләр.

Туймазы районында махсус хәрби операцияла һәләк булған һалдат менән бәхилләштеләрТуймазы районында махсус хәрби операцияла һәләк булған һалдат менән бәхилләштеләр
Туймазы районында махсус хәрби операцияла һәләк булған һалдат менән бәхилләштеләр

Нальвадов уҙған йылдың көҙөндә мобилизациялана. Яугиргә 32 йәш ине.

Уны һуңғы юлға оҙатырға туғандары һәм яҡындары, ауыл халҡы, хәрби хәрәкәт ветерандары йыйылды.

Матәм сараларында Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов, Туймазы ҡалаһы һәм районының хәрби комиссары Рушан Әхмәҙуллин ҡатнашты. Һәләк булған яугирҙе һуңғы юлға оҙатырға Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ахунов килде.

«Яҡташыбыҙ Донбаста тыныс халыҡты яҡлап, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған. Беҙ Артур Нальвадовты  һәм операция барышында батырҙарса һәләк булған бөтә туймазылар һәм ватандаштарыбыҙ тураһында бер ҡасан да онотмаҫбыҙ», - тип яҙҙы Суфиянов «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә.

"Етегэн" 

Туймазы районында махсус хәрби операцияла һәләк булған һалдат менән бәхилләштеләр
Туймазы районында махсус хәрби операцияла һәләк булған һалдат менән бәхилләштеләр
Автор:
Читайте нас