

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетниковтың эш сәфәренә йомғаҡ яһаны.
Федераль министрлыҡ вәкилдәре иң тәүҙә Ишембай районына барҙы. Улар төбәктең туризм тармағы вәкилдәре менән осрашыуҙа Әбйәлил, Белорет һәм Бөрйән райондарында «Урал» туристик-рекреацион биләмә булдырыу хаҡында һөйләште.
«Уфимский» индустрия паркында республиканың өҫтөнлөклө биләмәләр үҫтереү мөмкинлектәре барланды. Иң төп һорау – «Алға» махсус иҡтисади зонаһын үҫтереү. Хөкүмәт вице-премьеры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, 15 мартҡа тиклем РФ-тың Иҡтисади үҫеш министрлығына «Урал» туристик-рекреацион биләмә булдырыуға һәм «Алға» зонаһын яңы участкалар өҫтәүгә ғаризалар тапшырыласаҡ. Кәңәшмәлә иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников менән Башҡортостанда ислам банкингын ғәмәлгә индереү, пилотһыҙ авиация кластерын үҫтереү, Евразия иҡтисад үҙәген булдырыу хаҡында һөйләштеләр.
Шулай уҡ быйыл төбәктә иҡтисади үҫеш министрҙары съезын үткәреү ҡарала.