

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында төбәк кластерҙарын үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.
Вице-премьер – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә бөтәһе 57 сәнәғәт кластеры булдырылған. Башҡортостан уларҙың иҫәбе буйынса илдең алдынғы төбәктәре иҫәбендә.
– 2022 йылда Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы реестрына республикала ойошторолған биш сәнәғәт кластерын индерҙеләр. Был илдәге тәүге мебель, шулай уҡ сәнәғәт, авиация, машиналар эшләү һәм агросәнәғәт кластерҙары, – тине Александр Шельдев. – Унда 60-тан ашыу предприятие ҡатнаша. Улар федераль ярҙам сараларына дәғүә итә ала.
2023 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә кластер резиденттары өсөн дәртләндереү саралары яңырҙы, тип өҫтәне вице-премьер. Атап әйткәндә, кластер проекттарында ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәр өсөн страховка иғәнәләре ете йылға – 30-ҙан 7,6 процентҡа тиклем кәметелде (махсус инвестиция килешеүе төҙөгәндә). Бынан тыш, кластер продукцияһын һатып алыусыларға уның башланғыс партияларына сығымдарҙың 50 процентҡа тиклемен ҡаплайҙар. Кластерҙа ҡатнашыусылар һигеҙ инвестиция проекты буйынса дәүләт ярҙамы менән файҙаланырға ниәтләй, тип билдәләне Александр Шельдяев.
2023 йылға пландар – республика биләмәһендә тағы ла ике кластер – еңел сәнәғәт һәм станоктар эшләү кластерын булдырыу.
Башҡортостан Башлығы төбәктең Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына кластер башланғыстарын үҫтергән өсөн рәхмәт әйтте.
– Кластерҙарҙың реаль эшләүе мөһим. Ғәмәлдәге ярҙам саралары менән файҙаланһындар өсөн даими рәүештә резиденттар йыйырға һәм уҡытырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Вице-премьер Александр Шельдяев кластерҙа ҡатнашыусыларҙың алдағы семинары март башында Туймазы районында буласағын хәбәр итте.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
https://bashgazet.ru