Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
14 Февраль 2023, 01:25

"Йәшел береттар" - Бишбүләктә!

Концертта йыйылған аҡса махсус хәрби операцияға мобилизацияландар өсөн тотоноласаҡ. 

"Йәшел береттар" - Бишбүләктә!"Йәшел береттар" - Бишбүләктә!
"Йәшел береттар" - Бишбүләктә!

Махсус мобилизацияланғандар өсөн изге күңелле һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Ир-егеттәрҙән кемдер автомобиль, мискә-мунса яһап ебәрһә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа әүҙемлек күрһәтә. Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар йылы кейемдәр тегеп ебәрһенме, төрлө ризыҡтар әҙерләһенме – изгелек ҡулыусылар етерлек. Ошо көндәрҙә район мәҙәниәт һарайында “Йәшел береттар” легендар ансамбле район тамашасыларына үҙҙәренең патриотик рухтағы йырҙарын бүләк итәсәк.

Башҡортостанда “Йәшел береттар” легендар ансамбле 2000 йылда булдырылған. Уларҙың репертуарын Бөйөк Еңеү, Афғанстан, һ.б. патриотик рухтағы йырҙар тәшкил итә. Ил алдындағы бурысын үтәп һәләк булғандар иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйҙырған, йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән был төркөм был юлы концерттан йыйылған аҡсаның бер өлөшөн махсус хәрби операцияға мобилизацияланған яугирҙәр өсөн тотонасаҡ. Шулай итеп, концертҡа килгән һәр кем яугирҙәребеҙгә күпмелер ярҙам итә ала.

     

"Йәшел береттар" - Бишбүләктә!
"Йәшел береттар" - Бишбүләктә!
Автор:Гумерова Л
Читайте нас