

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яңы награда – "Миһырбанлыҡ һәм хәйриәлек өсөн" билдәһен булдырҙы. Министр Ленара Иванова ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Наградаға социаль өлкәлә бағыусы, йылына кәмендә ике тапҡыр саралар ойоштороуҙа матди һәм матди булмаған хәйриә ярҙамын күрһәткән, министрлыҡ ҡарамағындағы учреждениеларға финанс яғынан һәм башҡа йәһәттән булышлыҡ иткән, халыҡтың социаль яҡланмаған ҡатламына ярҙам программаларын әҙерләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан меценаттар тәҡдим ителә.
"Миһырбанлыҡ һәм хәйриәлек өсөн" билдәһен тапшырыу башланғысы менән Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, хөкүмәт ағзалары, Ҡоролтай депутаттары, федераль һәм республика башҡарма власть органдары етәкселәре, урындағы үҙидара органдары, шулай уҡ ойошмалар һәм учреждениелар (милек формаһына ҡарамай), ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры сығыш яһай ала.
"Миһырбанлыҡ һәм хәйриәлек өсөн" билдәһен бер тапҡыр ғына алырға мөмкин. Наградаға тәҡдим итеү тураһында ҡарарҙы конкурс комиссияһы ҡабул итә. Ыңғай ҡарар ҡабул ителгән осраҡта, билдәне тантаналы шарттарҙа тапшыралар.