

Был клубтың төп маҡсаты — ҡатын-ҡыҙ йылы, дуҫтанә шарттарҙа ял итә, фекерҙәштәре менән аралаша, үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлаша, яңы нәмәләргә өйрәнә ала торған урын булдырыу.
Беренсе осрашыуҙа үҙ-үҙеңде яратыу темаһы тураһында һөйләштек. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы ла тиерлек буш ваҡыттарын өйҙәренә hәм ғаиләләренә бағышлай, ял итеү тураһында аҙ уйлай. Ләкин күптәрҙе уртаҡ мәшәҡәттәр hәм проблемалар берләштерә: балалар hәм ейәндәрҙе тәрбиәләү, матур һәм сәләмәт булырға ынтылыу, мөхәббәт, поэзия hәм башҡалар. Күптәребеҙ тормошобоҙҙоң ситтән нисек күренеүе тураһында уйлай, беҙ үҙебеҙ уйлап тапҡан ирешеп булмай торған эталондарға, рәсемдәге кеүек камил параметрҙарға, мөнәсәбәттәргә h.б. ирешергә ынтыла, hәм был тырышлыҡтың барыһы ла социаль селтәрҙәрҙә кәмселекһеҙ образ тыуҙырыуға
йүнәлтелгән. Кәмселектәрҙе йәшереү өсөн фильтрҙар ҡулланыу... — ул үҙеңде яратыу түгел. Yҙ-үҙеңде яратыу һинең тормошоңдоң тышҡы ҡиәфәте менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше юҡ, ул һин үҙеңде нисек хис итеүеңә бәйле.
Кисәнең махсус ҡунағы Марина Сафронова һаулыҡты, матурлыҡты, йәшлекте һаҡлау серҙәре менән уртаҡлашып ҡына ҡалманы, уларҙы практикала ла күрһәтте.
Сарала ҡатнашыусыларҙы йылы сәй артында үҙҙәренә һаҡ ҡарарға, үҙҙәре тураһында уйларға ярҙам итеүсе китаптар менән таныштырҙылар.
Анна ЕРМОЛАЕВА, район үҙәк китапханаһының хеҙмәт күрһәтеү бүлегенең әйҙәп барыусы китапханасыһы.
Автор фотоһы.