Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
17 Февраль 2023, 08:02

Ҡабыҡлы бәрәңге

Бәрәңгелә клетчатка бананға ҡарағанда биш тапҡырға күберәк. Ҡабыҡлы бәрәңге эсте ҡатырмай, киреһенсә, эс кипкәндән ярҙам итә һәм токсиндарҙы сығара. Ул шулай уҡ холестеринды кәметә, ҡандағы шәкәр күләмен көйләй.

Ҡабыҡлы бәрәңгеҠабыҡлы бәрәңге
Ҡабыҡлы бәрәңге

Ҡабыҡлы бәрәңге – С витамины сығанағы. Ул тимерҙе үҙләштерергә ярдам итә, ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһай, вирустарҙан, инфекциялы ауырыуҙарҙан ҡоткара. С витамины – көслө антиоксидант, ул ирекле радикалдарға ҡаршы көрәшә, организмдың ваҡытынан алда ҡартайыуына ҡаршы тора. Бынан тыш, ҡабығы менән бешкән бәрәңгедләге селен матдәһе сәтләүек һәм көнбағышҡа ҡарағанда күберәк. Башҡа бер генә ризыҡта ла бының ҡәҙәр селен юҡ. Ул иммунитетты һәм нервы системаһын нығыта, организмдың ауырыуҙарға ҡаршы тороу үҙенсәлеген арттыра, матдәләр алмашыуыын яҡшырта. Тән тиреһе, сәс, тырнаҡтарҙы матурайта. Әгәр ҡабыҡлы бәрәңгене һыуҙа бешерәһеҙ икән, уның һыуын  түгергә ашыҡмағыҙ. Ул майҙарҙы “яндыра”, артриттан ҡоткара, йөрәк ауырыуҙарынан, гипертониянан ярҙам итә.

Фото - Pixabay.com

http://muslumirc.ru

Ҡабыҡлы бәрәңге
Ҡабыҡлы бәрәңге
Автор:
Читайте нас