Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
17 Февраль 2023, 05:21

Республикала 16 200 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашасаҡ

Республика Мәғариф һәм фән министрлығында быйылғы уҡыу йылының йомғаҡлау аттестацияһына ғаризалар ҡабул итеү кампанияһына йомғаҡ яһалды.

Республикала 16 200 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашасаҡРеспубликала 16 200 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашасаҡ
Республикала 16 200 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашасаҡ

Республика Мәғариф һәм фән министрлығында быйылғы уҡыу йылының йомғаҡлау аттестацияһына ғаризалар ҡабул итеү кампанияһына йомғаҡ яһалды.

Профилле министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, БДИ-2023 йылда 16200 11-се класс уҡыусыһы ҡатнаша, шуларҙың 15 меңе - быйылғы сығарылыш уҡыусылары. Ҡалғандары - уҙған йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары, колледж студенттары һәм башҡалар.

Ғәҙәттәгесә, ун беренсе класс уҡыусыларына мотлаҡ математиканы (база йәки профилле) һәм рус телен тапшырырға кәрәк. Быйыл һайлау буйынса иң популяр фәндәр - йәмғиәтте өйрәнеү (35%), информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары (24%), шулай уҡ биология, физика, химия һәм тарих.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, республикала дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын әҙерләү һәм үткәреү һөҙөмтәле система. Имтихандар һөҙөмтәләре быны раҫлай. Сығарылыш уҡыусыларына Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре менән танышыу өсөн мәғлүмәт сервисы эшләй, уны ла баһалау менән риза булмаған осраҡта апелляцияға бирергә мөмкин.

Быйыл, алдағы ике йылдағы кеүек, йөҙ бал яҙған уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусылар 50 мең һум күләмендә премия аласаҡ. Былтыр уны 65 педагогҡа бирҙеләр. Ә Евразия милли-мәҙәни үҙәге вуздарына уҡырға ингән йөҙ балға яҙыусылар иһә 150 мең һум премия аласаҡ. 2022 йылда улар 25 булды.

Башинформ. 

Республикала 16 200 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашасаҡ
Республикала 16 200 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашасаҡ
Автор:
Читайте нас