

Лимон бисквиты өсөн кәрәк:
- 2,5 йомортҡа
- 75 гр шәкәр ҡомо
- ярты лимон ҡабығы
- 1,5 стакан лимон һуты
- 75 гр он
Эш тәртибе: Йомортҡаларҙы шәкәр ҡомо менән яҡшылап болғатабыҙ. Һуңынан лимон ҡабығы, лимон һуты һәм әкренләп кенә он өҫтәйбеҙ. Килеп сыҡҡан ҡамырҙы 20 см булған махсус формаға йәйеп ҡуябыҙ һәм 20 минутлап бешереп алабыҙ.
Эремсекле суфле өсөн кәрәк:
- 310 грамм эремсек
- 125 мл һөт
- 125 гр шәкәр ҡомо
- 19 гр желатин
- 210 мл 33-35%-лы һөт өҫтө
Эш тәртибе: Желатинды 115 мл һалҡын һыуҙа тотоп алабыҙ. Һөткә шәкәр ҡомо ҡушып, шуны плитә өҫтөндә йылытып алабыҙ. Ҡайнар һөткә желатин һалабыҙ. Унан һуң ошо массаны бүлмә температураһында торған эремсеккә ҡушабыҙ. Һуңынан йомшартып алыу өсөн блендер менән болғатып алабыҙ. Һөт өҫтөн дә блендер менән ҡабартып алабыҙ ҙа, эремсекле масса менән болғатабыҙ. Тортты йыйыға уңайлы булһын өсөн уны махсус кондитерҙар түңәрәге эсендә әҙерләйбеҙ. Иң беренсе бисквит, уның өҫтөн әҙ-әҙләп кенә һөт һалабыҙ (пропитка яһайбыҙ), артабан эремсекле суфле ағыҙабыҙ. Шуны бер аҙға һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Шул арала желе әҙерләүгә тотонабыҙ. Торт өсөн 180 мл желе кәрәк буласаҡ. Суфле тортҡа яҡшы итеп йәбешкән булырға тейеш, быны торт һыуытҡыста булғанда уҡ ҡарап торорға кәрәк. Һуңынан иһә суфле өҫтөнә ҡатырылған ҡурай еләген (180 грамм етә) йәйеп ҡуябыҙ. Еләк артыҡ һыулы булмаһын өсөн, уны алдан уҡ һыуытҡыстан алырға һәм киптерергә кәрәк. Еләк өҫтөнә желе ағыҙабыҙ, һуңынан иһә ҡабаттан һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Торт әҙер булғас, уны түңәрәк эсенән алырға ла була.
Тулырак: http://shahrichalli.ru