Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
22 Февраль 2023, 07:37

Yҙеңә һәм дәүләт ярҙамына өмөт итеп эшләргә кәрәк

Райондың агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре был йылда ауыл хужалығы производствоһының беренсел мәсьәлeләре тураһында фекер алыштылар

Yҙеңә һәм дәүләт ярҙамына өмөт итеп эшләргә кәрәкYҙеңә һәм дәүләт ярҙамына өмөт итеп эшләргә кәрәк
Yҙеңә һәм дәүләт ярҙамына өмөт итеп эшләргә кәрәк

Район хакимиәтенең ултырыштар залында ауыл хужалығы етештерyчелeренең семинар-кәңәшмәһендә закондарҙағы яңылыҡтар әм үҙгәрештәр, шулай уҡ ағымдағы йылда республика аграрийҙары өсөн ниндәй дәүләт ярҙамы ҡаралған, бына шул турала эшлекле  һөйләшеү булды. Был сараға барлыҡ милек рәүештәрендәге ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, агрономдар, зоотехниктар, баш инженерҙар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары hәм ауыл хужалығы производствоһында ҡатнашыусы шәхси эшҡыуарҙар саҡырылғайны. Семинар-кәңәшмә эшендә республика башҡалаһынан ҡунаҡтар ҡатнашты. Район хәкимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идараһы начальнигы Артур Амур улы Ғәлиев улар менәнтаныштырҙы hәм сығыштарҙың конвенцияһын hәм регламентын иғлан итте.

Башҡортостан Республикаһындағы эпизоотик хәл тураһында БР ветеринария идараһы начальнигы Азат Салауат улы Йыhаншин ентекләп һөйләне, ул малдарҙың йоғошло ауырыуҙары таралмаған өсөн район ветеринария станцияһы эшен маҡтаны. 2023 йылда субсидия hәм грант программаһына ҡағы- лышлы үҙгәрештәр менән ауыл хужалығы таарҙары етештереүселeргә дәүләт ярҙамы саралары тураһында БР Ауыл хужалығы консультацияһы үҙәге директоры Ирек Зөфәр улы Сакаевсығыш яһаны. Артабан хужалыҡтарҙа яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек тураһында райондың ауыл хужалығы идараһы, Бишбүләк мәғлүмәт-консультация үҙәге hәм райондың Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы белгестәре бүлеште.

Яҙға йыраҡ ҡалманы, баҫыу эштәренең ҡыҙыу ваҡыты етә. Артур Ғәлиев семинар-кәңәшмәгә йомғаҡ яһаны.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Yҙеңә һәм дәүләт ярҙамына өмөт итеп эшләргә кәрәк
Yҙеңә һәм дәүләт ярҙамына өмөт итеп эшләргә кәрәк
Автор:
Читайте нас