Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
22 Февраль 2023, 06:16

Янғын бер кемде лә аямай

Ағас йортта сыҡҡан янғында ике кешенең ғүмере өҙөлгән.

Янғын бер кемде лә аямайЯнғын бер кемде лә аямай
Янғын бер кемде лә аямай

Янғын һүндереүселәр килеп еткәс, өй эсендә дүрт кв. м. майҙанда йорт мөлкәте янғаны асыҡланған. Утты һүндергәндәр. 

Ике ирҙе өйҙән алып сыҡҡандар, "Тиҙ ярҙам" хеҙмәткәрҙәре уларҙы реанимациялап маташҡан, әммә, үкенескә, уларҙың үлеме раҫланған. 

Фажиғә сәбәптәре тикшерелә.

Хөрмәтле граждандар! Газ һәм электр ҡорамалдарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, ут менән һаҡ булығыҙ. Төнгөлөккә мейесте һүндереп, электр приборҙарын розетканан алып йоҡларға ятығыҙ. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу ҡурҡыныс фажиғәләргә килтерә.

Ашығыс хеҙмәттәр телефондары - 101 һәм 112.

Фото: МЧС РБ.

ye102.ru

Янғын бер кемде лә аямай
Янғын бер кемде лә аямай
Автор:
Читайте нас