Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
26 Февраль 2023, 06:00

Гөл тиҙерәк нығынһын өсөн

Яҙын күптәребеҙ гөлдәр ултырта башлай. Гөл тиҙерәк тамырланһын өсөн уны һыуға тығырға ғәҙәтләнгәнбеҙ.

Гөл тиҙерәк нығынһын өсөнГөл тиҙерәк нығынһын өсөн
Гөл тиҙерәк нығынһын өсөн

Әммә ҡайһы ваҡыт тамырҙары матур ғына киткән үҫентене тупраҡҡа ултыртҡас үҫә алмай йәиһә бөтөнләй үлә. Былай булмаһын өсөн бер ысул ҡулланырға мөмкин.

Үҫентене, ғәҙәттәгесә, тамыр ебәрһен тип һыуға тығып ҡуябыҙ. Тамырҙар күренә башлағас, һауытҡа бер ҡалаҡ тупраҡ һалабыҙ. Тәүлек эсендә тамырҙар аҙ булһа ла ерҙәге микроэлементтарҙы “йотасаҡ”. Икенсе көндө тағын бер ҡалаҡ...

Шулай көн һайын эшләргә. Һауыттағы ер һаҙлыҡты хәтерләтә башлаясаҡ. Шуға ла һауыттың аҫтында тишек яһарға кәрәк. Тупраҡты һауыт тулғансы һалырға кәрәк. Тамырҙар нығынғандан һуң үҫентене ҙурыраҡ һауытҡа күсерергә лә була.

Фото: dekormyhome.ru

https://vk.com/bashkortvk

Гөл тиҙерәк нығынһын өсөн
Гөл тиҙерәк нығынһын өсөн
Автор:
Читайте нас