

1. Бәлеш.
Рецебы ябай. Ҡамыр өсөн: 200 мл ҡайнап торған һыу, 100 мл шыйыҡ май (таҙартылмаған), 1сәй ҡалағы өймәй генә тоҙ, 1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо, он. Эслек өсөн: һыйыр ите, бәрәңге, һуған, тоҙ - борос, бешеп сығыр-сыҡмаҫ алдынан эслеккә һалырға ит һурпаһы. Бәлештең йөҙө килгәс, фольга (ҡурғаш) менән ҡаплап бешереп бетөрәбеҙ. Тәмле булһын!
2. Бәлеш.
Бер тигеҙ күләмдә үҫемлек майы, магазин ҡаймағы, бүлмә температураһындағы су, ике ҡалаҡ майонез, бер сәй ҡалағы тоҙ, бер семтем сәй содаһы, бер семтем шәкәр ҡомо, он һалып бәлеш ҡамыры баҫабыҙ. Ҡамыр ял иткән арала бәрәңгене, һыйыр итен, һуғанды шаҡмаҡлап турайбыҙ,тоҙ, борос һалырға онотмайбыҙ. Бәлеште яһап ҡыҙған мейескә бешерергә ҡуябыҙ. Бәлешебеҙ ҡыҙарып, йомшаҡ булып бешһен тиһәк, бәлештең йөҙө килгәс фольга ябып бешереп бетөрәбеҙ. Бешеп сығыр алдынан ҡайнар һурпа өҫтәргә онотмайбыҙ. Табыныбыҙ түрендә халҡыбыҙҙың милли аштары йышыраҡ ҡунаҡ булһын!
3. Бәлеш.
Бәлеш ҡамырын былайыҡ яһарға. 150 мл иретелгән аҡ май, 150 мл йылымыс ҡайнаған һыу, ярты сәй ҡалағы сәй содаһы, бер семтем тоҙ, он һалып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙың өҫтөн ҡаплап 10 минут ял иттерәбеҙ. Шул ваҡытта бәлеш эслеге эҙерләйбеҙ. Туралған һыйыр ите, бәрәңге, һуған, тоҙ, борос. Бәлеште яһап ҡайнар мейескә ҡуябыҙ. Өҫтө ҡыҙарғас, фольга менән ҡаплап бешереп бөтөрәбеҙ.
https://baltaci.ru/news