

Дәүләкән районының бизнес-шәрифе Ольга Артемьева белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) районда маҡсатлы эш алып барыла.
Дәүләкән эшҡыуары Оксана Янюкина 10 йыл элек йорт хайуандары өсөн ателье асҡан. Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, ситтә ҡала алмаған, етештерелгән продукция исемлегенә мобилизацияланған егеттәр өсөн бик кәрәкле әйберҙәр, шул иҫәптән йоҡо өсөн тоҡтар тегеүгә тотона.
Шулай уҡ Дәүләкән эшҡыуары Туймазы ҡалаһында үткән "Кесе ватаным - Атайсал" форумында ҡатнашҡан.
“Форум хаҡында фекер алышыуҙарҙа дәртләнеп, Оксана Янюкина яңы идея менән дәртләнеп, «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нә яҙылды. Унда үҙенең сираттағы проектын - производство базаһында уҡыусылар өсөн туристик маршрут (етештереү туризмы) ойоштороуҙы тәҡдим итте. Беҙ уға консультация ярҙамы күрһәттек, уның ярҙамында эшҡыуар үҙ проектын тиҙерәк үҫтерә ала.
Дәүләкән районы эшҡыуарҙарының етештерелгән продукция исемлеген киңәйтеүе һәм үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашырға әҙер булыуы беҙҙе ҡыуандыра”, - тине Дәүләкән районының бизнес-шәрифе.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.
#национальныепроекты#нацпроекты
https://bashgazet.ru