

Беҙгә кәрәк:
Ике стакан шәкәр (бер стаканы - крем өсөн)
Өс стакан он (ике аш ҡалағы - крем өсөн)
Ярты балғалаҡ сода
Бер стакан кефир
150 грамм аҡ май (100 грамы - крем өсөн)
Крем өсөн - 700 грамм һөт, ике йомортҡа, ванилин.
Печенье онтағы.
Башта ҡамыр эшләйбеҙ: бер стакан шәкәргә ярты балғалаҡ сода, бер стакан кефир, 50 грамм йомшарған аҡ май, 2,5 стакан он ҡушып баҫабыҙ. Килеп сыҡҡан массаны туғыҙ өлөшкә бүлеп йәймәләр яһайбыҙ ҙа һәр береһен ҡоро табала ике яҡлап ҡыҙҙырабыҙ.
Шунан кремға тотонабыҙ. Һөттө ҡайнатабыҙ. Айырым сынаяҡта йомортҡа менән шәкәрҙе, ондо һәйбәтләп туғыйбыҙ ҙа, ҡайнаған һөттө ҡойоп, ҡуйырғансы талғын утта ҡайнатабыҙ. Һыуығас, йәймәләргә крем һылап, ҡатлап һалабыҙ. Иң өҫкөһөнә печенье онтаҡтары һибәбеҙ. Әҙер тортты бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
"Файҙалы кәңәштәр" сайтынан.