Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Аҡсаға ризалашҡанмы, ғәфу иткәнме?

Өфөнөң Аврора урамында машина бәрҙергән балалы ҡатындың ире Гопиржон Ашуров, үлтереүсегә дәғүәм юҡ, тип белдергән.

Аҡсаға ризалашҡанмы, ғәфу иткәнме?Аҡсаға ризалашҡанмы, ғәфу иткәнме?
Аҡсаға ризалашҡанмы, ғәфу иткәнме?

Өфөлә Дарья Сорокина 39 йәшлек ҡатынды һәм уның дүрт йәшлек балаһын машинаһы менән бәрҙергәйне. Юл һәләкәте Аврора һәм Перовская урамдары сатында булды.

Дарья Сорокина "Nissan Juke" автомобиле менән юлды светофорҙың йәшел төҫөнә сығып барған ҡатын менән баланың өҫтөнә барып менгән.

"Был уйламағанда килеп сыҡҡан бәхетһеҙлек инде. Мин үҙем водитель булғас, аңлайым. Мин уны гафү иттем", - тигән балалы ҡатындың ире Гопиржон Ашуров Дарья Сорокина хаҡында.

Октябрь айында енәйәт эше ике яҡтың үҙ-ара килешеүе һөҙөмтәһендә туҡтатылғайны. Декабрҙә прокуратура был эште ҡабат ҡарарға уйланы.

Кисә Киров районы судында Дарья Сорокина эше ҡабат ҡаралған. Ултырыш ябык формала үткән.

Киләһе суд ултырышы 9 мартҡа билдәләнгән.

Аҡсаға ризалашҡанмы, ғәфу иткәнме?
Аҡсаға ризалашҡанмы, ғәфу иткәнме?
Автор:
Читайте нас