Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Йөрәк ҡушыуы буйынса

Кесе Ватан үҫешенең ҡумтаһына бәләкәй генә бөртөк тә — был инде ҙур эш

Йөрәк ҡушыуы буйынсаЙөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса

2021 йылда республикала «Атайсал» проекты эшләй башланы. Проекттың маҡсаты — төрлө хәйриә программаларын hәм проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн тыуған ауылдарының яҙмышына битараф булмаған яҡташтарҙы эҙләү. Бөгөнгө көндә ул үҫешен дауам итә, халыҡ араһында популярлаша бара. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең районда кесе Ватаныбыҙ өсөн күп нәмә эшләнде hәм эшләнә. Республиканан ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ hәм райондаштарыбыҙ һәр саҡ тыуған районыбыҙ менән бәйләнештә торҙо hәм ярҙам итте. Шундай иғәнәселәрҙең береһе — Ҡунаҡҡол ауылында тыуып-үҫкән Рәйес Ғабдрахманов. Урындағы мәктәпте тамамлағандан һуң, ул Ҡаҙағстандың Ҡыҙыл Орда ҡалаһы 113 hөнәри-техник училищеһында электрик hөнәрен ала. Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Хеҙмәт юлын Октябрьский ҡалаһында һайлаған hөнәре буйынса башлай. Унан һуң Надымға күсә. Хеҙмәт һөйөүсән, намыҫлы  хеҙмәткәрҙе етәкселәре күреп ала, hәм 1977 йылда уны Ираҡҡа гидроэлектростанция төҙөлөшөнә ебәрәләр.

Артабан Куйбышев ҡалаһында энергетика төҙөлөшө техникумын тамамлай. Ҙур тәжрибә туплаған Рәйес Хәләф улын «Мегион-трубопроводстрой» тресты башлығы урынбаҫары итеп билдәләйҙәр. 1991 йылда ул үҙенең «Лендвиль» фирмаһын төҙөй, Швейцария страховкалау компаниһы менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә. 1996 йылдан — «Промстрой» йәмғиәте генераль директоры, яҡташтарын эш менән тәьмин итә. Энергетика өлкәһендә 45 йыллыҡ эш стажы дауамында Рәйес Хәләф улы юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Ул СССР Энергетика министрлығының «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы», Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған энергетигы, Рәсәйҙең һәм Бишбүләк районының Почетлы гражданины исемдәрен йөрөтә.

Бик күп миҙалдар эйәһе тыуған ауылына hәр ваҡыт теләп ярҙам итә. Уның туранан-тура ярҙамы менән ауыл зираты hәм мәсет ҡоймалары, урындағы мәктәптең түбәһе hәм ҡоймаһы, Ибраш шишмәһе

төҙөкләндерелде, ул Ҡунаҡҡолда һәм яҡын-тирә ауылдарҙа йәшәүселәрҙең яратҡан ял итеү урындарының береһенә әүерелде. Былар барыһы ла хәйриә проекттарының бер генә өлөшө генә.

Рәйес Хәлeәф улы Ғабдрахмановтың иң изге эше, ауылдаштары өсөн ҙур бүләк hәм әсәһе хөрмәтенә аталған «Мәғзүмә» мәсетен капиталь ремонтлау ҙур шатлыҡ булғандыр, мoғайын. Кесе ватанының

тыйнаҡ, ярҙамсыл, ысын патриоты йыл һайын мосолман байрамдарын — Ҡорбан hәм Ураҙа байрамдарын ҙурлап үткәрә, унда hәр саҡ 200-гә яҡын кеше йыйыла. Ауылдаштары Рәйес Хәләф улына рәхмәт

белдерә hәм уға һаулыҡ, именлек, уңыштар теләй.

Илшат ХӘЙРЕТДИНОВ.

Фото Рәйес Ғабдрахмановтың ғаилә архивынан.

Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Автор:
Читайте нас