Дим буйҙары
+30 °С
Болотло

Тормоштан йәм табып йәшәй

Ҡаныҡай ауылында йәшәүсе Әминә Абдрахманова ауыл тормошона йәм өҫтәй. 

Тормоштан йәм табып йәшәйТормоштан йәм табып йәшәй
Тормоштан йәм табып йәшәй

Тормоштоң бар тәмен татып, тирә-яҡтағыларға шатлыҡ өләшеп йәшәүселәр арабыҙҙа бик күп. Улар менән аралашҡанда күңел күтәрелеп киткәндәй тойола. Әминә Миңдеғәли ҡыҙы Абдрахманова – тап шундайҙарҙан.

Ул тыумышы менән Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылынан. Тыуған ауылы мәктәбен тик "яҡшы" билдәләренә тамамлаған ҡыҙҙың һөнәр һайлауҙа әсәһенең роле ҙур була, иртә баҡыйлыҡҡа күскән әсәһе ҡыҙын уҡытыусы итеп күрергә теләй. Белорет педагогия училищеһында уҡыған йылдарында ёминё Йомағолова тулы ҡанлы студент тормошо менән йәшәй, хорҙа йырлай Ә инде ҡулына диплом алғандан һуң, күпселек йәш белгестәр кеүек, уны ла йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрәләр.

- Ҡаныҡай урта мәктәбендә башланғыс класс балаларын уҡыттым, Беҙҙең төркөмдө татар мәктәптәренә башҡорт телен укытыу өсөн ебәрҙеләр. Бәхеткә, мин башҡорт ауылына эләктем. Тәүге тапҡыр балалар алдына баҫҡаным бөгөнләй хәтерҙә. Мин тәүге йылда “нулевой” менән беренселәрҙе ҡабул итеп алдым, класта егерме бер бала ине. Шөкөр, эшләү дәүерендә балалар тыңламай тигән проблема булманы, - ти, 41 йыл хеҙмәт стажы булған остаз.   

Күптән хаҡлы ялда булһа ла, мәктәпкә һуҡмаҡты онотмай Әминә Миңдеғәли ҡыҙы. Бөгөн ул мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндәге балалар менән эшләй. Әлбиттә, һәр ҡайҙағы кеүек, бында ла балалар һаны аҙ, өс ауылдан ни бары һигеҙ бала ғына йөрөй.

- Уҡытыусы һөнәре ябай түгел, ә бик  етди, сөнки һәр баланың ғүмере, киләсәге уҡытыусы ҡулынан үтә, - тип иҫәпләй мөғәлимә.- Яңынан һөнәр һайлау мөмкинлеге бирелһә, уйлап та тормай уҡы­тыу­сы һөнәрен һайлар инем. Гонаһһыҙ күҙҙәрен тултырып ҡарап ултырған, ҡыҙыҡһыныусан, шуҡ, шаян, күпте белергә теләгән уҡыу­сыларым һәм уҡытыусы булыуым менән мин бик бәхетлемен.

Электән үк ауылда ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан мәғариф ветераны әлеге мәлдә ауыл мәҙәниәт йортонда эшләй. Әминә Абдрахманова етәкләгән “Бөрлөгән” фольклор төркөмө ауыл байрамдарын ғына биҙәп ҡалмай, ҙур кимәлдәге конкурстарҙа ла ҡатнаша.

Хоҙай Тәғәлә Әминә апайҙы бай телмәр, изге күңел, ихласлыҡ кеүек сифаттар менән бүләкләгән. Ул, ауылдың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе буларак, күп кенә эштәрҙең башында йөрөй. БСТ каналындағы “Алтын тирмә” бәйгеһендә, Стәрлетамаҡтағы  Балаҫ байрамы, Бөрйән районындағы ҡорама яһау, Әлшәйҙәге кейеҙ баҫыу байрамында ҡатнашҡан гүзәл зат Ҡаныҡай ауылында ла шундай матур сараларҙы үткәреүҙә ҡатнашып, халҡыбыҙ кәсептәрен һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн бер нисә тапҡыр район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булған. Ижади ҡарашлы Әминә Миңдеғли ҡыҙы ауылдаштарының тормошон, ялын йәмлерәк, йөкмәткелерәк итергә тырыша.

Әйҙәүсеһе булғас, эйәреүсеһе табыла тигәндәй, ун йылдан ашыу эшләп килгән "Ағинәйҙәр" ҡоронда шөғөлләнеүселәр артҡандан-арта бара. Улар ауылдың активы менән төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, экологик өмәләрҙән һәм башҡа төрле йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмайҙар.

-  Шул йылдар эсендә үҙ ерлегебеҙгә хас милли кейемдәрҙе тектереп кейҙек, был йәһәттән йәш быуын менән дә йыш ҡына оҫталыҡ дәрестәре уҙғарабыҙ. Мәҙәни тормошта ҡайнап йәшәүҙән тыш, бөгөнгө көндә СВО-ла хеҙмәт итеүсе егеттәребеҙгә әленән-әле посылкалар әҙерләп ебәрәбеҙ. Сираттағыһын, йәғни ошо көндәрҙә алтынсы посылканы оҙаттыҡ, был күстәнәстәр ауылдаштарҙың, мәктәп уҡыусыларының тырышлығы менән әҙерләнде, бындай изге эштә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәтлемен, - ти Әминә ханым.

Йәмәғәт эштәренә ҡатнашыу өсөн, ғаиләңдә һине аңлап, бар эштәреңде хуплап торған кешең булыуы мөһим. Йәшләй ярытышып өйләнешкән Илмир Дәүләткилде улы менән өс балаға ғүмер биреп, бәхетле тормош итә улар.  

- Ирем тәүҙә колхозда, шунан ун йылға яҡын Себерҙә эшләне. Хәҙер хаҡлы ялда. Оло улыбыҙ Фуат ғаиләһе менән Ҡазанда, Виль - Өфөлә, ҡыҙыбыҙ Зөлфиә Ҡырмыҫҡалыла йәшәй, Вильмир Өфөлә эшләп йөрөй. Беҙҙең хәҙер дүрт ейән-ейәнсәребеҙ үҫеп килә, - ти, хәстәрлекле әсәй, һөйөклө өләсәй. - Ғаиләлә йылы мөхит булдырыу, яҡындарың тураһында хәстәрлек күреү  кеүек мәшәҡәттәр ҙә ята ҡатын-ҡыҙ иңендә. Бергә йыйылғанда, яҡындарымды тәмле ризыҡтар менән һыйларға яратам. Шулай уҡ китап  уҡыуҙан, ҡул эше тотоуҙан матур йөкмәткеле фильм ҡарауҙан күңелемә кинәнес алам.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

шәхси архивтан алынған фото.

Тормоштан йәм табып йәшәй
Тормоштан йәм табып йәшәй
Автор:Гумерова Л
Читайте нас