

Ҡабаҡ орлоғон бит матур булһын өсөн дә ҡулланалар, сөнки унда цинк бар. Битегеҙ таҙа булһын өсөн көнөнә бер-ике ҡалаҡ ҡабаҡ орлоғо ашағыҙ.
Ҡабаҡ орлоғо ҡандағы холестерин күләмен, инфаркт, инсульт, атеросклероз булыу ҡурҡынысын кәметә, ҡан әйләнешен яҡшырта, паразиттарға ҡаршы көрәшә, ҡартайыу процесын әкренәйтә, ауырлы ханымнарга ул токсикоз ваҡытында ярҙам итә, ә спортсыларга мускул массаһын үҫтерергә ярҙам итә.
Ҡабаҡ орлоғо витаминдарға һәм файҙалы матдәләргә бай. Уның составында 50-нән ашыу микро- һәм макроэлемент бар.
Ҡабаҡ орлоғондағы май үҙенең составы менән зәйтүн майынан бер ҙә ҡалышмай һәм ул йөрәк өсөн файҙалы. Калийға бай булыуы менән ул ҡан баҫымын көйләп тора. Уның составындағы Е витамины сәстең сәләмәтлеге өсөн кәрәк, шулай уҡ тән тиреһен дә ҡартайтмай. Ҡабаҡ орлоғондағы А витамины күҙ ауырыуҙарынан да һаҡлай.
Фото: fermaspb.ru
https://kiziltan.ru