

3 йомортҡаға 1 стакан шәкәр, 2 ҡалаҡ бал, 1 балғалаҡ сода ҡушып, яҡшылап туҡырға, 200 г аҡ май йәки маргарин иретеп һалырға. Шәкәре яҡшылап иреһен өсөн ҡамырға әҙерләгән массаны һыуы ҡайнап ултырған кәстрүл өҫтөндә тотоп алырға. Һуңынан 3 – 3,5 стакан он һалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға, бер аҙ һыуытҡыста тотҡандан һуң, 8 өлөшкә бүлеп, йоҡа ғына итеп йәйергә. Йәймәләрҙе пергамент ҡағыҙына һалып, ҡыҙған мейестә бешерергә. Корждар һыуынғас, крем һылап, ҡатлап өйөргә.
Крем бик яйлы әҙерләнә. Ярты литр ҡуйы ҡаймаҡҡа 0,5 стакан шәкәр һалып, яҡшылап болғатырға. Ҡуйыртылған һөткә аҡ май ҡушып та әҙерләргә була.
Татлыраҡты яратыусылар бер-ике ҡатҡа ҡуйы ҡайнатма, джем да һылай ала.
https://ye102.ru