

Тирә-яғыбыҙҙа ҡул эштәренә оҫта ҡатын-ҡыҙҙар күп. Шуларҙың береһе - Тулбай ауылынан Ғәлиә Шәйәхмәт ҡыҙы.
Йосоповтарҙың йорттарынан нур бөркөлә, зауыҡлы картиналар, иҙәнгә түшәлгән аҫалы балаҫтар айырыуса йылылыҡ өҫтәгәндәй. Заманында әсәһе һуҡҡан уларҙы. Әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, Ғәлиә лә күп нәмәгә әсәһенән өйрәнә.
- Үҙебеҙ кәзәләр аҫраныҡ, әсәйем шуларҙың мамығын тарап, ҡабарып торған мамыҡ шәлдәр бәйләй ине. Үҙемә килгәндә, 4-се класта уҡығанда бейәләй бәйләнем. Үҫә килә, ҡатмарлыраҡ әйберҙәргә күстем. Әле лә ҡул эше тотмайынса тора алмайым, яңыраҡ иремә һәм үҙемә йылы кофталар бәйләнем, - тип, башҡарған эштәрен күрһәтә ул.
Ғәлиә Йосопова ҡул эшенең бар төрөн дә үҙләштергән уңған ханым. Энә, ырғаҡ менән бәйләү, тегеү, сигеү булһынмы – барыһы ла ҡулынан килә уның. Урындыҡ япмалары, йомшаҡ уйынсыҡтар, макрамэ әйберҙәре – былар уның эштәренең бер өлөшө генә. Оҫтабикә бәйләгән кофталар, башлыҡ-береттар, семәрләп бәйләгән косынкаларҙың йылылығы тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ҡул эштәренә маһир гүзәл зат боронғо кәсепте тергеҙеп, хатта һарыҡ йөнөнән юрған да һырыған.
Хаҡлы ялдағы Ғәлиә Шәйәхмәт ҡыҙы һөнәре буйынса педагог. 26 йыл эш стажы булған география уҡытыусы ауылдың бер нисә быуынын уҡыта: тәүҙә ата-әсәләрен, аҙаҡ балаларын.
- Мин алты йәштән мәктәпкә барҙым. Өйҙә бер үҙем ҡалғанда, йыш ҡына уҡытыусы булып уйнай торғайным. Яңы дәфтәрҙәрҙе алып нимәлер яҙам һәм төҙәтә инем, аҙаҡтан әсәйем бысрап бөткән дәфтәрҙәрҙе күреп аптырай торғайны. Ата-әсәйемә уҡыу эләкмәгәнгәлер, беҙҙе уҡытырға тырыштылар. Ғаиләләге алты баланың дүртәүһе юғары белемле булдыҡ, - тип һүҙҙе дауам итә ул.
Матурлыҡҡа ғашиҡ кеше булараҡ, Ғәлиә Шәйәхмәт ҡыҙы йортонда, баҡсаһында ниндәй генә гөлдәр үҫтермәй. Йәйгеһен ишек алдары шау сәскәгә күмелә. Был матурлыҡты хужабикә үҙе булдыра: орлоҡ хәстәрләй, иртә яҙҙан үҫентеләрҙе шыттыра, яҙын ултырта, йәй буйы бала кеүек баға, ҡарай.
- Сальвия, петуния, виола, калла сәскәләрен яратам, бесәй гөлдәренең төрлө төҫтәрен үҫтерәм. Татлы боросто ғына ла 200-ләп төп ултыртабыҙ, помидорҙар ҙа хәҙер шаҡтай буйға күтәрелеп килә, - ти йорт хужабикәһе. – Баҡса үҫтереүҙән тыш, ҡош-ҡорт үрсетәбеҙ. Былтыр инкубатор һатып алдыҡ, уға йомортҡа һалып, үҙебеҙ бройлер себештәре сығарабыҙ. Йәйгеһен бәпкәләр, күркә балалары алабыҙ, тауыҡтарҙың да “орловский”, “брама”, “голошейка” кеүек төрҙәрен аҫрайбыҙ.
Ғәлиә ханымдың тормош иптәше Миневәли ғүмере буйы водитель булып эшләгән. 35 йыл иңгә-иң терәп, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, тормоштан йәм табып йәшәй улар. Маҡсатлы ҡатындың донъяуи идеялары, тәҡдимдәре һәр ваҡыт ирендә яҡлау һәм хуплау таба.
- Беҙ сәйәхәт итергә яратабыҙ. Үҙебеҙҙең Башҡортостандың тәбиғәте лә һоҡланып туймаҫлыҡ, Асылыкүлдә, Шүлгәнташта, Йылайырҙа булдыҡ. Йәйгеһен үҙебеҙҙең машина менән барып, өс йыл рәттән Ялтала ял иттек. Калуга, Воронеж, Курск, Волгоградта булдыҡ, - тиҙәр тормоштан йәм, тәм табып йәшәүсе Йосоповтар.
– Ҡатын-ҡыҙ бәхете – әсәй булыуҙа, балаларың, иптәшең менән бергә-бергә матур итеп донъя көтөүҙә. Хәҙер инде улым Булат үҙе ғаиләле, кәләше менән ике бала үҫтерә, ҡыҙыбыҙ Дилә лә Бәләбәйҙә йәшәй һәм полицияла эшләй. Икеһе лә беҙҙе ҡартәсәй-ҡартатай итеп, ейәндәр һәм ейәнсәр бүләк иттеләр. Ейәнсәребеҙ Яна ла ҡул эштәренә оҫта, бисерҙан төрлө уйынсыҡтар, сувенирҙар эшләй, - ти, яҡындары өсөн өҙөлөп тороусы Ғәлиә ханым.
Матурлыҡ тыуҙырыусы ҡатын-ҡыҙҙың тағы бер үҙенсәлеге тураһында телгә алмаҡсы инем. Был - тыйнаҡлыҡ, мөләйемлек, ниндәйҙер эске иғтибар. Ғәлиә Шәйәхмәт ҡыҙы кеүек кешеләр йөҙөнән йылы нур бөркөлә.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.