Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Йәш һәм матур булайым тиһәң

Бөгөн йәш һәм матур булыу өсөн әллә ни күп аҡыл кәрәкмәй. Төрлө косметик процедуралар тәҡдим иткән иҫәпһеҙ-һанһыҙ матурлыҡ салондары, косметик саралар менән шығрым тулы магазин кәштәләре... Аҡсаң ғына булһын. Уның ҡарауы, ҙур сығымдар һәм күп ваҡыт талап итмәгән матурлыҡ серҙәрен күптәр һанлап етмәй. Ә бит көндәлек ғәҙәткә ингән был ҡағиҙәләр арҡылы оҙаҡ ваҡыт йәш сырайлы булып ҡалырға мөмкин.

Йәш һәм матур булайым тиһәңЙәш һәм матур булайым тиһәң
Йәш һәм матур булайым тиһәң

МАКИЯЖ МЕНӘН ЙОҠЛАМАҒЫҘ

Макияж менән йоҡоға талғандарҙың битендә күҙгә күренмәҫ йәрәхәттәр барлыҡҡа килә. Нисек кенә арыһағыҙ ҙа, йоҡлар алдынан декоратив косметиканы йыуып, бит тиреһен сафландырыу, тәрбиәләү зарур. Башта битегеҙҙе тире төрөнә тап килгән мицелляр һыу менән таҙартып, махсус күбек йә гель менән йыуырға, шунан тоник менән сафландырып, сыворотка йә крем яғырға кәрәк.

ЙОҠО ҺӘМ ТУҠЛАНЫУ РЕЖИМЫН БОҘМАҒЫҘ

Тәбиғи витаминдарға бай аҙыҡтүлек, дөрөҫ туҡланыу организмды ҡартайыуҙан һаҡлай. Ваҡытында йоҡоға талыу, көндөҙ бер аҙ серем итеп алыу көсөргәнештән, арыу-талсығыуҙан арынырға ярҙам итер. Көнөнә 1,5 литр һыу эсеү тиренең торошона, һығылмалылығына ыңғай йоғонто яһай.

ҠОЯШТАН ҺАҠЛАУСЫ КРЕМДАР МЕНӘН ҠУЛЛАНЫҒЫҘ

Агрессив тышҡы мөхиттең ҡиәфәтебеҙгә йоғонтоһо ҙур. Һалҡын елдәр, эҫе һауа йәки ҡояш нурҙары аяуһыҙ рәүештә тирене ҡартайта. Оҙаҡ ваҡыт күркәм вә һөйкөмлө булып ҡалам тиһәгеҙ, ҡояштан һаҡлаусы (SPF) кремдар менән ҡулланырға онотмағыҙ. Бындай косметик сара ультрафиолет нурҙарға ҡалҡан булып, пигмент таптарҙың барлыҡҡа килеүенән, тирене ҡартайыуҙан һаҡлай. Әйткәндәй, ҡояштан һаҡлаусы факторҙы тональ крем, кершән, ирен буяуы составына ла ҡушалар.

ТИРЕНЕ ДЫМЛАНДЫРЫҒЫҘ

Олоғая бара тире әүҙем рәүештә коллаген менән дымды юғалта. Тап ошо мәлдә һырҙар барлыҡҡа килә лә инде. Был процесты әкренәйтеү өсөн тирене даими дымландырыу зарур. Һәр ҡатын-ҡыҙҙың косметика һауытында мотлаҡ рәүештә крем һәм тоник булырға тейеш. Косметик сараларҙың составында гиалурон кислотаһы булһа, тағы ла яҡшыраҡ.

ТӘБИҒИ АНТИОКСИДАНТТАР ҠУЛЛАНЫҒЫҘ

Нәфис бит тиреһе өсөн хатта кислород та хәүеф тыуҙыра. Тиренең кибеүен, тоноҡланыуын, һырҙар барлыҡҡа килеүен тәбиғи антиоксиданттар арҡылы тотҡарларға мөмкин. С витаминына бай цитрустар, файҙалы микроэлементтарҙан торған йәшел сәй тирегә яҡшы тәьҫир итер.

БИТЕГЕҘҘЕ ТАҘАРТЫП ТОРОҒОҘ

Ваҡытында бит тиреһен таҙартып тороу уның сафлығын, матурлығын тәьмин ҡылыр. Косметолог хеҙмәтен ҡулланмайынса ла өй шарттарында бит тиреһен тейешенсә тәрбиәләргә мөмкин. Был йәһәттән тире төрөнә тура килгән скрабтар, йыуыныу өсөн гелдәр, пилинг-йомарсаҡтар һеҙгә ярҙамға килер. Әммә шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: тире үтә нәфис булғанда тәрән һәм ҡаты пилингтар менән һаҡ булыу фарыз.

БИТ ТИРЕҺЕНӘ МАССАЖ ЯҺАҒЫҘ

Һүҙ ҡиммәтле массаж салондарына йөрөү тураһында бармай. Бит тиреһенә массаж эшләү техникаһынаИнтернет селтәрендәге видеояҙмалар аша үҙаллы өйрәнергә мөмкин.Массаж арҡылы шешенеүҙән ҡотолорһоғоҙ, бит мускулдарын йомшартып, ваҡ һырҙарҙы яҙырһығыҙ. Иңмөһиме, массаж өсөн тәғәйен майҙарменән ҡулланырға онотмағыҙ, юғиһәбит тиреһе һуҙылып, йәрәхәтләнеүеихтимал.

ҺАУА САФ ҺӘМ ДЫМЛЫ БУЛҺЫН

Нисек кенә дөрөҫ тәрбиәләһәгеҙ ҙә,ҡай саҡ бит тиреһенең ҡороп, тартылып тороуы бар. Һыуыҡ осорҙа батареяларҙан килгән ҡоро һәм эҫе һауатирене йәрәхәтләп, тиҙ ҡартайтыуымөмкин. Шуның өсөн даими рәүештәфатирҙы елләтеп, сафландырып тороумөһим. Йәнә һауа дымлатҡыс һатыпалыу ҙа ҡамасау булмаҫ.

ural-rb.ru

Йәш һәм матур булайым тиһәң
Йәш һәм матур булайым тиһәң
Автор:
Читайте нас