Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
11 Марта 2023, 16:01

Өфөлә тәүге ирекмәндәр форумы ойошторолдо.

Башҡортостан ирекмәндәренең беренсе форумы үтте. Унда Бишбүләк районы делегацияһы ла ҡатнашты. 

Өфөлә тәүге ирекмәндәр форумы ойошторолдо.Өфөлә тәүге ирекмәндәр форумы ойошторолдо.
Өфөлә тәүге ирекмәндәр форумы ойошторолдо.

Был мөһим сара барышында ирекмәндәр бер нисә майҙансыҡта булды, республикалағы башҡа ирекмәндәр ойошмалары менән танышты. Форумда Радий Хәбиров сәхнә аша республикабыҙҙың иң әүҙем ирекмәндәрен сәләмләне.

– Бөгөн был залда ирекмән исемен лайыҡлы йөрөткән заманыбыҙҙың ысын геройҙары йыйылған. Көслө һәм ҡыйыу активистар бер ҡасан да ситтә ҡалмаясаҡ. Теләһә ниндәй иң ҡатмарлы хәлдәрҙә лә үҙенең миссияһына тоғро улар – мохтаждарға ярҙам итергә, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы республика ирекмәндәренә коронавирус пандемияһы ваҡытында, урман янғындарын һүндергәндә властарға әүҙем ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, шудай уҡ республика Башлығы Донбассҡа, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәткән ирекмәндәргә рәхмәтен еткерҙе.

Добро.ру платформаһында республикабыҙҙан 76 меңдән ашыу волонтер, 700-ҙән күберәк ирекмәнлек ойошмаһы теркәлгән. Йыл һайын ирекле проекттарға һәм сараларға төбәктәге 400 меңгә яҡын кеше йәлеп ителә.

https://vk.com/club43415916

Өфөлә тәүге ирекмәндәр форумы ойошторолдо.
Өфөлә тәүге ирекмәндәр форумы ойошторолдо.
Өфөлә тәүге ирекмәндәр форумы ойошторолдо.
Автор:
Читайте нас