Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
14 Март 2023, 07:35

Мутлашыуcы ҡорбаны булмаҫ өсөн ни эшләргә?

“Пенсияғыҙ артты, өҫтәмә аҡсаны күсереү өсөн паспорт белешмәләрегеҙ, банк картағыҙҙың номеры, ПИН-коды кәрәк”, тип шылтыратһалар, ышана күрмәгеҙ! Был мошенниктар!    

Мутлашыуcы ҡорбаны булмаҫ өсөн ни эшләргә?Мутлашыуcы ҡорбаны булмаҫ өсөн ни эшләргә?
Мутлашыуcы ҡорбаны булмаҫ өсөн ни эшләргә?

Мошенниктар быйыл айырыуса аҙҙы. Уларҙың тоҙағына күберәк өлкән йәштәгеләр ҡаба. Шул уңайҙан Рәсәй Социаль фондының Башҡортстан идаралығы махсус аңлатма менән сыҡты.

Фондтың матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, мошенниктарҙың тоҙағына элкмәү өсөн өлкәндәргә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк.

Беренседән, әгәр ҙә һеҙгә шылтыратҡан кеше үҙен Социаль фонд хеҙмәткәре итеп танытһа, уға шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе әйтә күрмәгеҙ! Фонд белгестәре бер ҡасан да СНИЛС, паспорт мәғлүмәттәрегеҙҙе, банк картаһы номерын, уның ПИН-кодын йәки шәхси кабинетығвыҙҙан паролегеҙҙе һорамай. Әгәр телефондан шундай мәғлүмәт биреүҙе һорайҙар икән, тимәк, был алдаҡсылар.

Енәйәтселәр пенсияға өҫтәмә, түләүҙәрегеҙҙе яңынан иҫәпләү буйынса юридик ярҙам тәҡдим итә ала. Ҡайһы берҙә ялған белгестәр теге йәки был пособиеларҙы иҫәпләү өсөн мәғлүмәттәрегеҙҙе яңыртырға кәрәклеге тураһында хәбәр итә. Социаль фонд бындай шылтыратыуҙарға ышанмаҫҡа һәм әңгәмәне шунда уҡ өҙәргә кәңәш итә.

Социаль фонд белгестәре шулай уҡ пенсия мәсьәләләре буйынса ярҙам тәҡдим итеп өйҙән-өйгә йөрөмәй. Әгәр һеҙҙең ишеккә саҡырылмаған ҡунаҡтар шаҡып, үҙҙәрен социаль фонд хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра икән, һағайырға кәрәк. Фонд үҙенең эшен бары тик клиент хеҙмәттәрендә генә башҡара йәиһә дәүләт хеҙмәттәрен “Госуслуги” порталындағы шәхси кабинетығыҙ аша онлайн рәүештә күрһәтә. Өсҫтәүенә, быны һәрвакыт бушлай башҡара. Түләүҙәр ғариза тапшырғандан һуң автоматик рәүештә, булған мәғлүмәттәр фонды нигеҙендә бирелә.

baltachtan.ru

 
 
Мутлашыуcы ҡорбаны булмаҫ өсөн ни эшләргә?
Мутлашыуcы ҡорбаны булмаҫ өсөн ни эшләргә?
Автор:
Читайте нас