

Тылдағыларҙың ҙур ярҙамы, изге эштәре менән көслөбөҙ. Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тигәндәй, әле лә һәр ауылда ир-егеттәргә ярҙам йөҙөнән посылкалар әҙерләү дауам итә.
Был әһәмиәтле сара Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылының мәҙәниәт йортонда ойошторолған. Һәр кем ҡулынан килгәнсә был изге эшкә үҙ өлөшөн индергән: ҡаҡ, тәм-том, көнкүреш ҡулланыу әйберҙәре, бал, таҫтамалдар, өй туҡмасы, өй шарттарында әҙерләнгән печенье һәм бауырһаҡ. Бынан тыш. ауылдың егәрле ҡатын-ҡыҙҙары госпитәлдә дауаланыусылар өсөн 100-ҙән ашыу мендәр әҙерләгән. Ауыл ирекмәндәре посылкаларҙы әҙерләп ебәргән.
Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл Советы хәкимәте һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре мобилизацияланған ир-егеттәргә гуманитар ярҙам күрһәткән һәр кемгә ҙур рәхмәт белдерә һәм именлек, һаулыҡ теләй.