Дим буйҙары
+2 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Мул уңыш бирә торған сорттарын алығыҙ.

Магазин кәштәләрендә ниндәй генә орлоҡ юҡ, шулай ҙа ниндәйен һайларға һуң?

Мул уңыш бирә торған сорттарын алығыҙ.
Мул уңыш бирә торған сорттарын алығыҙ.
Ҡайһы бер баҡсасылар үҙҙәре орлоҡ әҙерләп ҡалдыра. Был осракҡта 2-3 йыл һаҡланған ҡыяр орлоғона өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Бер йыллыҡ ҡыяр орлоғонан, ғәҙәттә, буш сәскәләр генә йыйып алырға була.
Ҡыярҙың үҙебеҙ үҫтереп ҡараған иң уңышлы сорттарын тәҡдим итәбеҙ.
“Зозуля F1”. 1 квадрат метрҙан 20 килограмға ҡәҙәр уңыш алып була. Ҡыярҙары 300 грамм тирәһе, оҙонлоҡҡа 22-24 сантиметр.
“Мурaшкa F1”. Иртә уңыш биреүсе гибрид. Теплицала 1 квадрат метрҙа 12 килограмға ҡәҙәр уңыш бирә. Ҡыярҙары 12 сантиметр тирәһе.
“Сибирскaя гирляндa F1”. Бер төптән 15-тән 30 килограмға ҡәҙәр уңыш алырға була. Ҡыярҙары артыҡ ҙур түгел, тәмле.
“Емеля F1”. 1 квадрат метрҙа 16 килограмға тиклем уңыш бирә. Теплицала, пaрникта, балконда айырыуса яҡшы үҫә.
“Мaтрицa F1”. Иртә уңыш биреүсе сорт, ултыртҡандан һуң бер айҙан тәүге йәшелсәләрҙән ауыҙ итергә мөмкин. Ҡыярҙың был сорты теплица өсөн.
Баҡсасылар тағын “Маша”, “Герман”, “Московский деликатес”, “Маринда F1”, “Кураж”, “Эколь F1” сорттарын да яратып үҫтерә.
Ә һеҙ баҡсағыҙҙа ҡыярҙың ниндәй тәмле сорттарын үҫтерәһегеҙ, дуҫтар?

Фото: sovetysadovodam.ru
https://kiziltan.ru
Мул уңыш бирә торған сорттарын алығыҙ.
Мул уңыш бирә торған сорттарын алығыҙ.
Автор:
Читайте нас в