2023 йылдың 27 февралендә 32 йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләгән хөрмәтле, яратҡан, оҙон ғүмерле Мәликә Бәҙретдинованың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Мәликә Шәйхәйҙәр ҡыҙы 1923 йылдың 10 декабрендә Исаҡайҙа — алты балалы ғаиләлә тәүге бала булып тыуа.
Уның ата-әсәһе колхозда эшләй, ауыл хужалығында төрлө эштәр башҡара. Өлкән ҡыҙ булараҡ, уға әсәһенә бик күп ярҙам итeргә тура килә, өйҙәге барлыҡ эштәрҙе лә башҡарырҡа өйрәнә. Уның бала сағы ауыр йылдарға тура килә. 12-13 йәшлек үҫмерҙәр өлкәндәр менән бер рәттән көлтә бәйләүҙә, мал аҙығы әҙерләүҙә һәм башҡа ауыр эштәрҙә ҡатнаша. Тырышлыҡ өлгөһө булырға тырыша. Шул уҡ ваҡытта ул ты-
рышып уҡый да. Яҡшы уҡыу, яңы белемдәргә ынтылыу уҡытыусы hөнәрен һайлауға килтерә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мәликә Шәйхәйҙәр ҡыҙын бригадир итеп билдәләйҙәр, 10-сы класты тамамларға кәрәк, әммә колхоз етәкселeәре уға бындай мөмкинлек бирмәй. Ҡыҙ был эштә кyпме ауырлыҡ кисерә! Көн һайын колхоз рәйесе нарядын үтәй, ә кисен эштең башҡарылыуы тураһында отчет бирә. Тағын уға көтөлмәгән эштәр йөкмәтелә: дәүләт хәрби займдарына яҙылыу ойоштороу, колхоз йыйылыштарына кешеләрҙе йыйыу. Шулай ҙа ул ныҡышмалылыҡ менән уҡыуын дауам итeргә була. 1944 йылда Мәликә Шәйхәйҙәр ҡыҙы район Советына уҡыуын дауам итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Уның үтенесе ҡәнәғәтләндерелә. Был йылдарҙа Бишбүләктә педагогик курстар асыла, ул шуларҙы тамамлай. Артабан уны Аҙнай мәктәбенә математика уҡытыусыһы итеп ебәрәләр, шунан уның пе- дагогик эшсәнлеге башлана…Райондың бер нисә мәктәбендә эшләгeс, 1953 йылда Мәликә Шәйхәйҙәр ҡыҙы тыуған ауылы Исаҡайға эшкә ҡайта hәм хаҡлы ялға сыҡҡансы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй (ул ваҡытта Исаҡайҙа 1, 2, 3, 4-се кластар уҡыған башланғыс мәктәп бар ине). Үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған мөғәллимә пенсияға сыҡҡас та мәктәптә тағын алты йыл эшләй. Уның тормош иптәше Шәрeфетдин Низаметдин улы дүрт класс балаларын бер үҙе генә уҡыта ине, шуға Мәликә Шәйхәйҙәр ҡыҙы яратҡан эшен дауам итә.
Беҙҙең яратҡан, ҡәҙерле уҡытыусыбыҙ, ағинәйебеҙ hәр ваҡыт эшсән, башҡалар өсен үрнәк булды. Ошо өлкән йәштә лә башҡаларҙан яҡшы хәтере менән айырылып торҙо. Yткән хәл-ваҡиғаларҙы йыш хәтерләне, беҙҙең быуынды ул саҡтар менән таныштырҙы. Ул hәр ваҡыт туғыҙ ейәне hәм һигеҙ бүләсәре менән ғорурланды hәм шуға шатланды. Исаҡайҙар бына шундай әбейҙе һуңғы юлға оҙатты. Ҡыҙғаныс, Мәликә Шәйхәйҙәр ҡыҙын 100 йәшлек юбилейы менән ҡотларға насип булманы. Ауыр тупрағы еңел булһын!
Саиб Әхмәтов,
Фа з ы л Вәлиев.