Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
16 Март 2023, 12:38

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Ф.Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбендә дүрт яҡ инициативаһы менән илдә беренсе кооператив класс асылды.

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды
Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Уҙған аҙнала район мәғариф системаһында бик күп hәм проблемалы мәсьәләләр араһында айырым иғтибарға лайыҡ бер ваҡиға булды: тиҙ арала балаларыбыҙҙы мәктәптәрҙә нимәгә өйрәтергә кәрәк? Бөгөнгө көндә  дөйөм урта белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙың һөнәри һайлап алыуы, уҙған совет осоро менән сағыштырғанда, мoғайын, бер шиғри әйтемгә оҡшаштыр: «Барлыҡ һөнәрҙәр ҙә яҡшы, теләгәнен һайлап ал!» Ҡасандыр Айыт урта мәктәбендә «В» категориялы машина йөрөтөүселәрҙе һәм егеттәр өсөн киң профилле тракторсы-машинистарҙы уҡытыу өсөн яҡшы матди база, ә ҡыҙҙар өсөн бик яҡшы йыһазландырылған йорт хужалығы hәм тегеү эше кабинеты бар ине. Сығарылыш уҡыусылары машина йөрөтөүсе, тракторсы hәм тегенсе һөнәрҙәре буйынса таныҡлыҡ алыу хоҡуғы бирә торған таныҡлыҡтар алды. Унан һуң барыһы ла юҡҡа сыҡты. Хәҙер 180 уҡыусы белем алған урта мәктәптә 21 һигеҙенсе класс уҡыусыһы өсөн элекке технология кабинетында ремонттан һуң кооператив класы асылды. Әлеге сараның инициаторҙары дүрт яҡ — Башҡорт кооператив техникумы, Рәсәй кооперация университетының Башҡорт кооператив институты (филиалы), Бишбүләк райпоһы hәм район хакимиәте булды.

Мәктәптең акттар залында кооператив класты асыу тантанаһында уҡыусылар, уҡытыусылар hәм хөрмәтле ҡунаҡтар ҡатнашты: улар араһында Башҡортостан республика Ҡулланыусылар йәмғиәте берлеге идарараһы рәйесе Венер Ильясов, Башҡортостан кооператив техникумы директоры hәм Башҡортостан кооператив институты (Рәсәй кооперация университеты филиалы) ректоры Светлана Шиhапова, Бишбүләк районы райпоһы рәйесе Ринат Гәрәев, урынбаҫарҙары Алексей Данилов hәм Айрат Моратшин менән район хакимиәте башлығы Артур Зарипов булды. Баш ҡала операторҙары профессиональ видео төшөрҙө. Артур Мөхлис улы Зарипов йыйылыусыларға кооператив класс булдырыу маҡсаты тураһында һөйләне. Был, тәү сиратта, кадрҙар тәрбиәләү һәм, әлбиттe, мәктәп уҡыусыларына урта hәм юғары белем биреү уҡыу йорттарына уҡырға кергәнсе, hөнәри белем алыуҙа ярҙам итеү. Уларҙы бизнес алып барыу нигеҙҙәрен аңларға hәм ҡулланыусылар кооперацияһы системаһы менән таныштырырға кәрәк. Был юлы ла проект өсөн Айыт ауылы урта мәктәбе осраҡлы һайланмаған. Айытлылар традицион рәүештә яҡшы коммерсанттар hәм һатыусылар булып тора.

Район хакимиәте шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә hәр яҡлап ярҙам  күрһәтә. Хәҙер беҙҙә 470 шәхси эшҡыуар иҫәпләнә, улар район бюджетының 30 процентын тултыра. Һәм киләсәк улар ҡулында!

Ринат Рәфис улы Гәрәев hәм Светлана Урал ҡыҙы Шиhапова барыһын да кооператив класс асылыуы менән ҡотланы. Ҡурайҙа виртуоз уйнап, ә унан һуң Салауат Юлаев тураһында йыр башҡарып, Башҡортостан кооператив техникумының музыка етeксеһе, бөтә Рәсәй heм халыҡ-ара музыкаль конкурстар лауреаты Рифҡәт Ямлихин иҫ киткес музыкаль бүләк яһаны.

Мәҡәләнең тулы вариантын “Яҡты юлдан” гәзитенән уҡығыҙ.

Владимир СМОЛОВ.

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды
Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды
Автор:
Читайте нас: