+4 °С
Болотло
Һуғыш ветерандарына Еңеү көнө уңайынан 10 мең һум биреләсәк.
Федераль бюджет аҡсалары иҫәбенә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны статусына эйә булған пенсионерҙарға өҫтәмә финанс ярҙамы күрһәтеләсәк. Улар 10 мең һум күләмендә өҫтәмә аҡса аласаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Еңеү көнөнә өҫтәмә аҡсалата түләү тураһындағы указына 2019 йылдың апрелендә ҡул ҡуйылғайны.
Ветерандарға аҡса алыу өсөн бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә һәм өҫтәмә ғаризалар яҙырға кәрәкмәй, түләүҙәр Рәсәй Пенсия фонды бүлексәләре аша булған мәғлүмәттәр буйынса башҡарыласаҡ.
Түләүҙәр май байрамдары уңайынан үҙгәртелгән график буйынса пенсия менән бер үк ваҡытта башланасаҡ.
Фото: mavink.com