Дим буйҙары
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
18 Март 2023, 19:08

Ата-әсәләр БДИ биреп ҡараны

Дим урта мәктәбендә 11-се класс уҡыусыларының ата-әсәләре рус теле һәм әҙәбиәте буйынса һынау тотто.

Ата-әсәләр БДИ биреп ҡараны
Ата-әсәләр БДИ биреп ҡараны

Районыбыҙҙа, бөтә илдәге кеүек, “Ата-әсәләр менән БДИ тапшырыу көнө” бөтә Рәсәй акцияһы уҙа. Был акцияның маҡсаты - дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү процедураһының ғәҙел һәм асыҡ булыуын, ә сараларҙың имтихандарҙы уңышлы тапшырыуға йүнәлтелеүен күрһәтеү. 

Мәктәп директоры Раушания Салауат ҡыҙы Тихонова әйтеүенсә, Быйыл Дим урта мәктәбен өс уҡыусы тамамлай: Сиднеев Александр, Кабан Вероника, Барадуллин Роман. БДИ-ға әҙерлек сиктәрендә, улар өсөн  төрлө фәндәр буйынса даими консультациялар уҙғарыла.  

Бөгөн, йәғни 18 мартта, Дим урта мәктәбе лә «БДИ-ны ата-әсәләр менән бергә тапшырыу көнө» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре - Ольга Борисовна Сиднеева, Ирина Анатольевна Кабан, Татьяна Васильева Тимофеева (өләсәһе), шулай уҡ  шулай уҡ мәктәп директоры, класс етәкселәре һәм һ.б. имтихан тапшырыу өсөн парта артына ултырҙы. Бөтә процедуралар ысынбарлыҡҡа яҡын булды. Һәр кем иң тәүҙә паспортын  күрһәтергә, телефонын тапшырырға  һәм инструктаж үтергә тейеш ине.  Уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Кузьменко С.В. тарафынан теркәлеү, яуаптар яҙыу бланкылары тултырыу кеүек эштәр башҡарылғас ҡына имтиханға бүленгән ваҡыт иҫәбе башланды.

Рус теленең база өлөшө буйынса БДИ тапшырыуға бер сәғәт бирелә, ата-әсәләргә лә ошо ваҡытта инша яҙып, бирелгән заданиены бланкыға теркәү зарурлығы әйтелде. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Ивановна Иванова тексты аңлайышлы итеп уҡып ишеттерҙе. Махсус тесты үтәү өсөн, һәр кемгә мәктәптә алған белемдәрен иҫкә төшөрөргә тура килде.

Ата-әсәләрҙең БДИ тапшырыу процедураһы менән яҡындан танышыуы - ғаиләлә сығарылыш имтихандарына битараф булмауҙары тураһында һөйләй. 

Ләйлә Ғүмәрова,

Автор фотоһы.

Ата-әсәләр БДИ биреп ҡараны
Ата-әсәләр БДИ биреп ҡараны
Ата-әсәләр БДИ биреп ҡараны
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: