Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
18 Март 2023, 12:14

Ғүмерҙе оҙайтыусы ябай ысул

Ошо ябай “хәйлә”нең ғүмерҙе 20 йылға оҙайтыуы мөмкин, тип иҫәпләй белгестәр...

Ғүмерҙе оҙайтыусы ябай ысул
Ғүмерҙе оҙайтыусы ябай ысул

Ғалимдар әйтеүенсә, туҡланыу рационын аҙ ғына үҙгәртеү ҙә һаулыҡҡа ҙур йоғонто яһай. UfacityNews.ru хәбәр итеүенсә, Британия телеканалында сығыш яһаған нейробиолог Джулия Джонс ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән уртаҡлашҡан.

 Эксперт иртәнге аштан баш тартырға, сәғәт 11-гә тиклем ашамаҫҡа тәҡдим итә. Ошо ябай “хәйлә”нең ғүмерҙе 20 йылға оҙайтыуы мөмкин.

–Тәүлегенә 16 сәғәт ашамағыҙ, ә аҙаҡ һигеҙ сәғәт дауамында туҡланығыҙ. Әгәр аш һеңдереү системаһына ял итергә һәм башҡа күҙәнәк юлдарына һәм мөһим ярҙамсы процестарға ҡушылырға мөмкинлек бирһәгеҙ, күҙәнәктәр яңырып, яңынан эш башлаясаҡ”,– тип иҫәпләй белгес.

Был туҡланыу режимы “интервал менән асығыу” булараҡ билдәле. Күп кенә ғалимдарҙың иҫәпләүенсә, был режим һимереү, шәкәр диабеты, апноэ һәм ҡайһы бер яман шеш төрҙәре барлыҡҡа килеүен кәметә.

 Фото:Goodl.ooker

https://bashgazet.ru

Ғүмерҙе оҙайтыусы ябай ысул
Ғүмерҙе оҙайтыусы ябай ысул
Автор:
Читайте нас: