Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
19 Март 2023, 10:08

Федераль программа ярҙамында - яңы ун бер юл

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының торлаҡ төҙөлөшөн дәртләндереү программаһы ярҙамында быйыл Башҡортостанда яңы 11 урам (юл) төҙөләсәк.

Федераль программа ярҙамында - яңы ун бер юл
Федераль программа ярҙамында - яңы ун бер юл

Был юлдар һигеҙ километр тәшкил итә һәм Өфөнөң Ленин, Дим һәм Октябрь райондарында, шулай уҡ Октябрьский ҡалаһында төҙөләсәк. Проекттың дөйөм хаҡы - 850 миллион һум.

– Баш ҡаланың әлеге өлөштәрендә әүҙем рәүештә яңы йорттар ғына төҙөлөп ҡалмай, социаль инфраструктура ла үҫешә – был проект талабы. Ә яңы юлдар тиҙерәк барлыҡҡа килһә, был үҙ сиратында шул социаль объекттарға барыу өсөн уңайлы, бынан тыш биҫтәнән фатир һатып алырға теләүселәр һанын арттыра, – тип белдерҙе программаның тормошҡа ашыуы хаҡында БР төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

Проекттарға ентекләп туҡталып үткәндә, “Затон-Көнсығыш” районында яңы ете урам төҙөлә – улар 21, 23-сө кварталдарҙа урынлашҡан, уларҙың дөйөм оҙонлоғо – дүрт километр. Был төҙөлөш 2024 йылға тамамланырға тейеш.

Дим районында иһә 4-се кварталда яңы юл һалына – төҙөлөштө йыл аҙағына тиклем ослап ҡуйырға уйлайҙар. Әйткәндәй, былтар был биҫтәлә шул уҡ “Стимул” федераль программаһы ярҙамында дүрт юл төҙөлдө.

Ағымдағы йылда Муса Гәрәев һәм архитектор Рехмуков урамдарында ла юл һалына башлаясаҡ. Эштәр ике этапта башҡарыла. Юл оҙонлоғо  бер километр самаһы буласаҡ, киңлеге - 3,5 метр. Урамдар кварталдарҙың ике яғынан үтә. Уртала Өфөнөң юбилейына төҙөлгән Спорт көрәше үҙәге урынлашасаҡ.

Октябрьский ҡалаһында ла төҙөлөш йылдам бара. Мәҫәлән, әлеге программа нигеҙендә быйыл уҡ 2,4 километр юл сафҡа инәсәк. Ул ҡаланың 33-сө биҫтәһендә урынлашҡан.

Был программа йомғаҡтарына ла туҡталып үткәндә, 2022 йылда “Стимул” буйынса Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында 4 километрҙан ашыу юл төҙөлдө. Был эштәр асфальт түшәү тигәнде генә аңлатмай, уның сиктәрендә шулай уҡ туҡталыш биналары урынлаштырылды, тротуар төҙөкләндерелде, светофорҙар, юл билдәләре ҡуйылды.

2018 йылдан алып эшләп килгән ошо федераль программа сиктәрендә республикала 2024 йыл аҙағына тиклем Өфөлә, Октябрьскийҙа, Салауат һәм Өфө райондарында туғыҙ объект төҙөү ҡаралған.

Әйткәндәй, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект "Жилье и городская среда") милли проектының торлаҡ төҙөлөшөн дәртләндереү программаһы ил Президенты Владимир Путиндың "май указдары" сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

https://bashgazet.ru

Федераль программа ярҙамында - яңы ун бер юл
Федераль программа ярҙамында - яңы ун бер юл
Автор:
Читайте нас: