Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
19 Март 2023, 17:12

“Көйәҙ ханым” салатының дүрт төрө

Табынға - тиҙ әҙерләнә торған тәмле лә, файҙалы ла турамалар. 

“Көйәҙ ханым” салатының дүрт төрө
“Көйәҙ ханым” салатының дүрт төрө

 1. Төп ингредиент - тауыҡ ите һәм консерваланған ананас. Шулай уҡ йомортҡа, сыр, майонез кәрәк.

Әҙерләү

Бешкән тауыҡ итен һыуытып турап, өҫтөнә майонез һөртәбеҙ. Икенсе ҡатта ваҡлап туралған ананас, өсөнсө ҡат - ҡырылған йомортҡа, иң өҫтә -  ҡырылған сыр. Һәр береһенең араһына майонез яғабыҙ.

Әҙер салатты йәшел үләндәр һәм грек сәтләүеге менән биҙәргә мөмкин.

 

2. Тауыҡ ите, ҡыяр, ҡара слива, йомортҡа, сыр, майонез кәрәк.

Әҙерләү

Быныһын да ҡатлы итәбеҙ: туралған ит, ҡыяр, ҡара слива, ҡырылған йомортҡа. Араларына майонез һылайбыҙ. Сыр һибеп, гранат менән биҙәргә мөмкин.

Ҡара сливаны башта эҫе һыуҙы йыуып, бер нисә минут ҡайнаған һыуҙа тоторға кәрәк.

 

3. Ветчина, бешкән тел, маринадланған ҡыяр, татлы борос, йәшел ҡыяҡлы үлән, тоҙ, борос, майонез кәрәк.

Әҙерләү

Булған ингредиенттарҙы турап, тоҙ, борос, майонез ҡушып, һәйбәтләп бутайбыҙ.

 

4. Бешкән тауыҡ ите, ананас, ҡырылған сыр, корейса кишер, майонез, петрушка кәрәк.

Әҙерләү

Тейешле ингридиенттарҙы турап, майонез һалып бутайбыҙ ҙа петрушка менән биҙәйбеҙ.

Фото:souspark.ru

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: