Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
20 Март 2023, 07:34

Башҡортостанда ирекмәндәр батальонының яңы штабы асылды

Унда 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе ҡабул итәләр.

Башҡортостанда ирекмәндәр батальонының яңы штабы асылды
Башҡортостанда ирекмәндәр батальонының яңы штабы асылды

Дүртөйлөлә яңы ирекмәндәр батальондарын ойоштороу буйынса штаб филиалы асылды, тип хәбәр итә “Башҡорт батальоны” рәсми телеграм каналы – https://t.me/bashbat02/1955

Ул ҡаланың Мария Якутова тыҡрығы, 4 адресы буйынса урынлашҡан. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн яңы ирекле батальондарға яҙылырға мөмкин.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда ике яңы батальон ойошторола башланы, береһе легендар "Ҡара генерал" Даян Мурзин исемен йөрөтәсәк, икенсеһе -  "Төньяҡ амурҙары". Батальондарға 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе ҡабул итәләр. Хәрби тәжрибәһе булған, шулай уҡ ундай стажы булмаған, хөкөм язаһына тарттырылған (уны япҡан) ир-егеттәр, медицина хеҙмәткәрҙәре ҡабул ителә.

Батальондың төп ҡабул итеү пункты Өфөлә, Әй урамы, 63-сө йорт адресы буйынса урынлашҡан. Тулыраҡ мәғлүмәт менән телефон аша танышырға мөмкин: +79870472875 (шылтыратыуҙар көн һайын 10-дан 18 сәғәткә тиклем ҡабул ителә).

Шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында штаб филиалы бар – ул Хоҙайбирҙе урамы, 118 адресында урынлашҡан, телелефондар: +79174628917, +79174264386.

Дүртөйлөлә ҡабул итеү пункты мәғлүмәте өсөн телефон: +79191555717.

Фото:t.me/bashbat02

bashgazet.ru

Башҡортостанда ирекмәндәр батальонының яңы штабы асылды
Башҡортостанда ирекмәндәр батальонының яңы штабы асылды
Автор:
Читайте нас: