Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
24 Март 2023, 11:12

Бәләкәй булһа ла хәүеф тыуҙыра

Роспотребнадзор Башҡортостандың талпан энцефалиты таралыу хәүефе булған райондар исемлеген баҫтырып сығарҙы...  

Бәләкәй булһа ла хәүеф тыуҙыраБәләкәй булһа ла хәүеф тыуҙыра
Бәләкәй булһа ла хәүеф тыуҙыра

Роспотребнадзор Башҡортостандың талпан энцефалиты таралыу хәүефе булған райондар исемлеген баҫтырып сығарҙы. 68 административ биләмәнең 42-һе ошо исемлектә бар: Әбйәлил, Әлшәй, Асҡын, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Благовещен, Бүздәк, Борай, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондары.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, хәүефле ауырыуҙан төп һаҡланыу сараһы — прививка. Уны йыл дауамында, шул иҫәптән эпидемия миҙгелендә, инфекция сығанағына барырҙан 2 аҙна алда яһатырға мөмкин.

Башинформ. 

Бәләкәй булһа ла хәүеф тыуҙыра
Бәләкәй булһа ла хәүеф тыуҙыра
Автор:
Читайте нас