Дим буйҙары
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
25 Март 2023, 19:51

Премьер-министр хөкүмәттең 2023 йылға эш өҫтөнлөктәрен белдерҙе

Төп маҡсат-граждандарҙың йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәреү.

Премьер-министр хөкүмәттең 2023 йылға эш өҫтөнлөктәрен белдерҙе
Премьер-министр хөкүмәттең 2023 йылға эш өҫтөнлөктәрен белдерҙе

2022 йылда Рәсәйҙә 240-тан ашыу балалар баҡсаһы, 250-нән ашыу мәктәп төҙөлдө, 1 500-ҙән ашыу мәғариф учреждениеһы төҙөкләндерелде. 4 меңдән ашыу мәктәп автобусы һатып алынды. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин Дәүләт Думаһындағы йыллыҡ докладында ошолар хаҡында һөйләне.

Башҡортостанда:
- һуңғы өс йылда яңы 32 балалар баҡсаһы асылған;
- 2022 йылда төбәккә 101 мәктәп автобусы ҡайтарылған, тағы ла 20-һен республика үҙ аҡсаһына һатып алған;
- Учалы, Өфө райондарында һәм Нефтекама ҡалаһында һәр береһе 1 225 урынлыҡ өс мәктәп файҙаланыуға тапшырылған;
- тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештәге 216 «Үҫеш нөктәһе» үҙәге ойошторолған;
- 27 мәҙәниәт учреждениеһы, шул иҫәптән 4 балалар сәнғәт мәктәбе капиталь төҙөкләндерелгән;
- «Башҡортостан Республикаһының мәктәп системаһын яңыртыу» төбәк проекты сиктәрендә 2022 йылда 63 мәктәп бинаһы капиталь төҙөкләндерелгән, шуларҙың 59-ында туҡланыу блоктары һәм ашханалар ремонтланған һәм технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған. 2023 йылда 77 мәктәп бинаһында төҙөкләндереү эштәре планлаштырылған;
- 11 колледждың уҡыу-уҡытыу биналарына капиталь ремонт үткәрелгән;
- «Йәш профессионалдар» федераль проекты сиктәрендә 12 оҫтахана (4 йыл эсендә бөтәһе 79 оҫтахана) булдырылып, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған;
- Өфө, Күмертау, Нефтекама ҡалаларындағы 8 мәктәптә авиатөҙөлөш профилендәге инженерлыҡ кластары асылған;
- 240 белем биреү ойошмаһы һанлы ҡорамал комплекттары менән йыһазландырылған;
- балаларға һанлы белем биреү буйынса 7 «IT-куб» үҙәге ойошторолған.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Премьер-министр хөкүмәттең 2023 йылға эш өҫтөнлөктәрен белдерҙе
Премьер-министр хөкүмәттең 2023 йылға эш өҫтөнлөктәрен белдерҙе
Премьер-министр хөкүмәттең 2023 йылға эш өҫтөнлөктәрен белдерҙе
Премьер-министр хөкүмәттең 2023 йылға эш өҫтөнлөктәрен белдерҙе
Автор:
Читайте нас: