Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Март 2023, 11:09

Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөп бөтөүе ихтимал» — Радий Хәбиров

Республика етәксеһенең төбәктәр үҫеше буйынса хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында билдәләүенсә, бының федераль бюджеттан тиҙерәк берлектә финанслау шарттарында тормошҡа ашыуы мөмкин.

Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөп бөтөүе ихтимал» — Радий Хәбиров
Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөп бөтөүе ихтимал» — Радий Хәбиров

«Беҙ ошо транспорт коридорын 2023 йылдың һуңында төҙөп бөтә алабыҙ. Бының өсөн финанслауҙың бер өлөшөн 2025 йылдан 2023 йылға күсереүҙе һорайбыҙ. Әгәр ошо мәсьәләне хәл итә алһаҡ, йыл аҙағында Көнсығыш сығыу юлын асырға әҙер булабыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Бынан алда «Башинформ» Салауат Юлаев проспектынан Көнсығыш сығыу юлының көнбайыш порталына тиклемге участканың 25% тамамланыуын хәбәр иткәйне. Бынан тыш, ошо көндәрҙә уның тоннелендә өс йыл дауамында барған күләмле һәм технологик яҡтан ҡатмарлы этап — ҡаҙыу эштәре тамамланған.

https://www.bashinform.

Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөп бөтөүе ихтимал» — Радий Хәбиров
Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөп бөтөүе ихтимал» — Радий Хәбиров
Автор:
Читайте нас: